Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Ғинуар 2020, 11:20

Ил тарихына бер ҡараш

Беренсе бөтә донъя һуғышына ла 105 йыл тулды. Мәңге тынғыһыҙ Европала башланып киткән был яу ялҡыны районыбыҙға ла ҡағылмай ҡалмай. Уның осҡоно һәр ауылға ҡағыла. Һуғыш бик ауыр шарттарҙа бара. 1914-1918 йылдар эсендә генә һуғыш майҙанында 70 миллион яугир алыша. Англия, Рәсәй, Германия, Австро-Венгрия, Италияға Төркиә менән Болгария ла килеп ҡушыла. Был һуғышта райондаштарыбыҙ беренсе тапҡыр авиация менән һауанан бомбаға тотоуҙың, газ ҡулланыуҙың, противогаз кейеүҙең, һыу аҫты кәмәләрендә һуғышыуҙың шаһиты була. Уларға, һуғыша-һуғыша, күп кенә Европа илдәре аша үтергә тура килә. Был ваҡиғаға быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, документтары әленән-әле табылып тора. Быйыл сентябрь айында ауылыбыҙҙа йәшәүсе Хәлитова Зәлиә Миңнетдин ҡыҙы үҙенең ата-бабаларынан ҡалған ғәрәп графикаһында яҙылған бер төргәк иҫке ҡулъяҙмаларҙы, туҙған баҫма китаптарҙы бирҙе.Ҡулъяҙмалар төрлө осорҙа һәм төрлө кешеләр тарафынан яҙылған. Шуларҙың 8 биттән торған шиғри ҡулъяҙмаһы үҙенә йәлеп итте. Уның авторы үҙен шиғри юлдар менән Ғабдулла тип күрһәтә. Тарихтан билдәле булыуынса, һуғыш 1 августа башлана, ә Ғабдулла алтыһында алына.

Беренсе бөтә донъя һуғышына ла 105 йыл тулды. Мәңге тынғыһыҙ Европала башланып киткән был яу ялҡыны районыбыҙға ла ҡағылмай ҡалмай. Уның осҡоно һәр ауылға ҡағыла.
Һуғыш бик ауыр шарттарҙа бара. 1914-1918 йылдар эсендә генә һуғыш майҙанында 70 миллион яугир алыша.
Англия, Рәсәй, Германия, Австро-Венгрия, Италияға Төркиә менән Болгария ла килеп ҡушыла. Был һуғышта райондаштарыбыҙ беренсе тапҡыр авиация менән һауанан бомбаға тотоуҙың, газ ҡулланыуҙың, противогаз кейеүҙең, һыу аҫты кәмәләрендә һуғышыуҙың шаһиты була. Уларға, һуғыша-һуғыша, күп кенә Европа илдәре аша үтергә тура килә. Был ваҡиғаға быуаттан артыҡ ваҡыт үтһә лә, документтары әленән-әле табылып тора.
Быйыл сентябрь айында ауылыбыҙҙа йәшәүсе Хәлитова Зәлиә Миңнетдин ҡыҙы үҙенең ата-бабаларынан ҡалған ғәрәп графикаһында яҙылған бер төргәк иҫке ҡулъяҙмаларҙы, туҙған баҫма китаптарҙы бирҙе.
Ҡулъяҙмалар төрлө осорҙа һәм төрлө кешеләр тарафынан яҙылған. Шуларҙың 8 биттән торған шиғри ҡулъяҙмаһы үҙенә йәлеп итте. Уның авторы үҙен шиғри юлдар менән Ғабдулла тип күрһәтә. Тарихтан билдәле булыуынса, һуғыш 1 августа башлана, ә Ғабдулла алтыһында алына. Был хаҡта үҙе:
“Алтынсы августа мине
Машинанан төшөрҙөләр.
Иңдәргә мылтыҡ аҫтылар,
Һиңә һыйынырмын, Аллам”, - тип яҙа.
Таулы урындарҙың береһендә Австрия һалдаттары менән ун һигеҙенсе августа алышалар. Австрия яғы авиация ҡуллана:
“Беҙҙе күреп ҡаршы килде
Австрия дошмандары.
Күк дик (кеүек) күкрәне пушкалар,
Һиңә һыйынырмын, Аллам.
Ярапланы осоп килеп,
Ки беҙҙәргә бомба ата.
Күп ғүмерҙәрҙе вата,
Һиңә һыйынырмын, Аллам”.
Һуғыштарҙың береһендә командирҙары яралана. Яҡташыбыҙ уны үҙ елкәһендә күтәреп, дүрт саҡрым юл үтеп, госпиталгә илтә:
“Был урында ятып ҡалдым,
Иңемә күтәреп алдым,
Дүрт саҡрым алып барҙым,
Һиңә һыйынырмын, Аллам”, -ти.
Ғабдулла шиғри юлдар менән үҙенең адресын да күрһәтә:
“Губернамдыр Ырымбур,
Дәхи (йәнә) шул уҡ өйәҙҙәндер,
Йәшем минең утыҙҙалыр,
Һиңә һыйынырмын, Аллам.
Ҡара сәстәр ағарҙы бит,
Йөрәгем ут сығарҙы бит.
Илемде күрергә насип ит,
Һиңә һыйынырмын, Аллам”, - тип туған яғына иҫән-һау ҡайтыуын теләй.
Был һуғышҡа Күгәрсендән генә 15-тән артыҡ һуғышсы алына. Шул осор шәжәрәләрен ҡарай торғас, Ғабдулланың Ҡорбанаевтар нәҫеленән икәне билдәле булды (ҡара: Н.Х. Ваһапов. Күгәрсен тарихы. Ҡаҙан, 2014, 422-се бит).
Һуғыштың ауырлығы ябай халыҡ елкәһенә лә төшә, 1914 йылда һуғышсылар өсөн һәр йорттан 4 кг шөкәрә (сохарый) йыйылһа, 1916 йылда уның күләмен 16 кг-ға еткерәләр. 1915 йылдың апрелендә бер Күгәрсендең үҙенән генә фронт өсөн 12 ат оҙатыла. Бының өҫтөнә кейемдәр әҙерләп ебәрергә, төрлө оҙонлоҡтағы арҡандар әҙерләргә ҡушыла.
Ә инде беҙҙең шиғри йәнле һуғышсыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булғанмы, юҡмы – уны асыҡлау киләсәк эше.
Һүрәттә: текста телгә алынған шиғри ҡулъяҙма өлгөһө.
Читайте нас: