Владимир Ведерников 1974 йылда Томск ҡалаһында тыуған. 1996 йылда Томск дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Томск өлкәһе прокуратураһында эш башлай. 1997-2000 йылдарҙа – Томск ҡалаһы Совет районы прокуратураһында ярҙамсы, өлкән ярҙамсы. 2000-2005 йылдарҙа – Мәскәү ҡалаһы Үҙәк административ өлкә прокуроры ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы, прокурор урынбаҫары. 2005-2007 йылдарҙа – РФ Дәүләт Думаһы Аппаратының сәнәғәт, төҙөлөш һәм фән технологиялары буйынса дәүләт комитеты белгес-эксперты, консультанты. 2007-2009 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһы Симоновский район-ара, Үҙәк административ округы прокуроры урынбаҫары. 2009-2012 – Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте үтәүҙе күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. 2012-2019 – Мәскәү ҡалаһы прокуроры урынбаҫары.
"Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының маҡтаулы хеҙмәткәре", "Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" , III дәрәжә "Законға тоғролоҡ өсөн" билдәләре, Руденко миҙалы, исемле ҡорал менән наградланған.