Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ғинуар 2020, 17:45

Матбуғатта уның үҙ эҙе бар

13 ғинуар - Рәсәй матбуғаты көнөТуғыҙ тиҫтә йыл самаһы элек донъя күрә башлаған район гәзиттәренең тарихына үҙенең ҡабатланмаҫ эҙен ҡалдырған ағай-апайҙар бик күп. Уларҙың ҡайһыһын һеҙ ишетеп кенә белһәгеҙ, бәғзеләрен күреп-аралашып, баҫма биттәрендә даими баҫылып барған яҙмаларын уҡыу бәхетенә лә ирешкәнһегеҙҙер. Һәр ҡайһыһы оло ихтирамға лайыҡ был кешеләр үҙ ваҡытында район ғына түгел, республика йылъяҙмаһына ла баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән.

Ваҡытлы матбуғат ветерандары араһында Мораҡ ауылында йәшәүсе Мәрйәм инәй Иҫәнбәкова ла бар. Баштан уҡ әйтеп китәйек: ул хәбәрсе лә, мөхәррир ҙә булмаған, мәҡәләләр ҙә яҙмаған, әммә шул осорҙа эшләгән һәр ижадсының яҙмалары уның ҡулы аша үтеп, гәзит биттәренә барып еткән, сөнки Мәрйәм инәй 30 йылдан ашыу ваҡыт башҡорт телендә сыҡҡан баҫманың машинисткаһы булып эшләгән.
Төрһәй (Кашкаркино) ауылында һикһән бер йыл элек донъяға килгән Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы. Бәләкәй ауылдар бөтә башлағас, Рыҫҡоловтар ғаиләһе Мораҡҡа күсеп килә. Һуғыш башланғас, атаһы фронтҡа алына. Ҡыҙғанысҡа күрә, башҡаса тыуған ергә ҡабат аяҡ баҫырға насип булмай уға, 1942 йылда ғаиләһен ҡара ҡайғыға һалып, “ҡара ҡағыҙ”ы килә. “Исанбеков Гильметдин Сафаргалеевич, 1906 г.р., уроженец с.Мраково Кугарчинского района, рядовой, стрелок. Погиб 19.09.1942 г. Похоронен в Ленинградской обл.” тигән һүҙҙәр сыймаҡланған ҡағыҙ киҫәге атайһыҙ ҡалған өс сабыйҙың ғәмһеҙ бала сағына, йәшлегенә, тол ҡалған Хәйерниса инәйҙең бәхетле киләсәгенә нөктә ҡуя. Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың барлыҡ михнәт-ғазаптарын үҙ елкәһендә татып үҫкән Мәрйәм инәй тормош арбаһына бик иртә егелә – 1958 йылда Мораҡ башҡорт урта мәктәбен тамамлағас та район типографияһына ҡул менән хәреф йыйыусы булып эшкә урынлаша. Ҡаҡса ғына ҡыҙға башта ышаныр-ышанмаҫ ҡына ҡараһалар ҙа, уның тырыш, белемле булыуын күреп, көндән-көн яуаплыраҡ бурыстарҙы йөкмәтәләр. 1965 йылда иһә уға район гәзитенә машинистка булып эшкә күсергә тәҡдим итәләр. Был эшкә ул 30 йылдан ашыу ғүмерен арнай. Бер ҡасан да шәхси ваҡыты менән иҫәпләшеп тормай ул, кәрәк саҡта ял көндәрендә лә, отпускы мәлдәрендә лә сығып эшләй. Эшендә һәр ваҡыт күҙгә лә, ҡулға ла көс төшә, сөнки ул осорҙа компьютер түгел, хатта электр машинкалары ла булмай.
- Үтә иғтибарлы булды, ябай ғына машинкаларҙа бирелгән тексты бер хатаһыҙ йыйнаҡ итеп йыйып бирер ине. Коллективта Мәрйәм апайҙы һәр кем ихтирам итте, - ти уның менән бергә эшләгән матбуғат ветерандары.
Әйткәндәй, ябай ҙа, ихлас та инәйҙе беҙ – редакцияның бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре лә бик ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ. Йыл һайын Ололар көнөндә редакцияға саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ араһында уны ла күреүебеҙгә ихлас шатбыҙ.
Тәжрибә һәм талантҡа, маҡсатҡа ынтылышҡа, бөтмәҫ энергияға, белемгә һәм, әлбиттә, команда берҙәмлегенә эйә коллективтың уртаҡ хеҙмәт емеше ул - гәзит. Шулай ҙа “районка”ларҙы ҡулына алғанда һәр һан артында күпме кешенең хеҙмәте ятҡанын бик һирәктәр генә иҫкә алалыр. Баҫмаларыбыҙ үҙ йөҙөн юғалтмай бөгөнгө көнгә килеп еткән икән, бында матбуғат ветерандарының, шул иҫәптән Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙының да, өлөшө ҙур.
Читайте нас: