Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы яңы йыл байрамдарында янғындар һанының һиҙелерлек кәмеүе хаҡында хәбәр итте.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 1-9 ғинуарҙа республикала 150 янғын теркәлгән. Был 2019 йылдың ғинуар каникулдары (185) менән сағыштырғанда 19 процентҡа аҙыраҡ.
Быйыл 150 янғында биш кешенең ғүмере өҙөлгән. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек 20 кеше янғын ҡорбаны булған.
Икәүһе, уҙған йылда туғыҙы төрлө йәрәхәттәр алған.
«Балалар үлеменә һәм йәрәхәтләнеүенә юл ҡуйылмаған», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.
Быйыл яңы йыл байрамдарында сыҡҡан янғындарҙың төп сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалын ҡулланыу, мейес яғыу ҡағиҙәләрен боҙоу.