Беренсенән, «майҙансыҡ» этабы хәҙерге кеүек автодромда түгел, ә ҡалала хәрәкәт аҙыраҡ булған юлдарҙа үткәрелә. Мәҫәлән, сауҙа үҙәктәре парковкаларында.
Икенсенән, кандидаттар имтихан маршрутын алдан белмәҫкә тейеш (хәҙер белә). Имтихандар өсөн юлдар исемлеге була, ләкин курсантҡа ҡайһы юлдан барырға кәрәклеген инспектор һайлай.
Өсөнсөнән, теоретик өлөш үҙгәрә. Психология һәм медицина нигеҙҙәре буйынса, шулай уҡ хәүефһеҙ хәрәкәт итеү нигеҙҙәре тураһында һорауҙар өҫтәлә. Әле AB һәм CD категорияларына 2 мәсьәләләр комплекты бар, уларҙа 800 һорау. Уларҙың һаны 1000-гә еткерелә. Ә имтихан ваҡытында кандидаттар хәҙерге кеүек 20 түгел, ә 50 һорауға яуап бирергә тейеш.
Дүртенсенән, балл системаһы бөтөрөлә. Хәҙер имтихан бирә алмау өсөн штрафлы 5 балл йыйырға кәрәк.
Ҡыуаныслы яңылыҡ та бар - кандидаттар имтихан һөҙөмтәһе менән килешмәүен белдерергә мөмкин.
Яңылыҡтар 1 октябрҙән үҙ көсөнә инә. Улар водителдәр оҫталығын баһалау сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләйҙәр ЮХХДИ-да.
+3 °С
Ясна