Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2020, 14:45

Кәримов Фәнил Нуретдин улына ҡотлау

Ҡәҙерле һәм яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Кәримов Фәнил Нуретдин улын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле һәм яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Кәримов Фәнил Нуретдин улын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң –
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең.
Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул хәҙергесә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә!
Атай! Олатай!
Тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ,
Шатлыҡ менән, оҙон ғүмер менән
Йәшәүеңде генә теләйбеҙ.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамыңдың матур хәтирәһе
Күңелеңдә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Рәсимә, ҡыҙҙарың Әлфиә, Әлиә, Лилиә, Розалия, кейәүҙәрең Азат, Өлфәт, Рәил, Азамат, ейәндәрең Альберт, Әлмир, Фидан, Иҙел, Камил, Рәсүл, Әмин, ейәнсәрең Латифа.
Читайте нас: