Дарыуханалар тулы – дарыу, дауаханалар тулы юғары белемле белгес- табиптар, заманса йыһаз-ҡоролмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар булһа ла, тормошобоҙ әллә күпмегә алға китһә лә, халыҡ аҡылы, педагогикаһы, дауалау саралары әлеге көндә лә үҙ әһәмиәтен юғалтмай, кеше барыбер ҙә боронғо дауалау ысулына әйләнеп ҡайта, әленән әле халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә.
Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр “Хоҙай биргән хазина” исеме аҫтында дарыу үләндәренән шифалы сәйҙәр әҙерләүсе Аҫылбикә апай Мәжитова тураһында яҙғайныҡ. Ул күптән башҡорт халҡының боронғо дауалау ысулдары, халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһына, ошо тәңгәлдә белемен камиллаштыра, тәжрибә туплай. Ошо теманы үҫтереп, Аҫылбикә Абдулла ҡыҙы менән беҙ башҡорт халҡының боронғоса дауалау, имләү саралары тураһында һөйләштек. Әйткәндәй, ул оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән шәфҡәт туташы.
- Тәү сиратта мин халыҡ медицинаһының үҙәге, нигеҙе булып торған күренеш – башҡорт ҡатындарының элек нисек, ни рәүешле бала табыуҙары тураһында бәйән итер инем.
Боронғо йорттарҙа, иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, урындыҡ тапҡырында түбәгә беркетелгән урҙа була торғайны. (Ундай нәмә минең өләстәрҙә лә булды- авт.) Бына шул ҡоролма, баҡтиһәң, башҡорттарҙа бала табыу өсөн ҡулланылған икән.
Был хаҡта миңә авариянан һуң дауаханала ятҡанда бер урыҫ әбейе һөйләгәйне. “Башҡорттар баланы оҫта таптырҙы. Бик ыҙалағанда беҙ уларҙың кендек әбейҙәренән ярҙам һораныҡ. Уларҙың урындыҡ өҫтөндә түбәгә ҡағылған урҙаһы була торғайны, шул урҙаға оҙон таҫтамал бәйләп, икенсе осон бала тапҡан ҡатын беләктәренә урайҙар. Ҡатындар шулай ярым ултырған һымаҡ эленеп тороп бала таба. Тулғаҡ асылғанда әбейҙәр ҡатындың сәс толомоноң осо менән тамаҡ төбөн ҡытыҡлай”, - тип һөйләгәйне ул урыҫ әбейе. Ысынлап та, эленеп торғанда ерҙең тартыу көсө ҡануны буйынса бөтә көс баланың донъяға килеү урынына йүнәлтелә. Был рәүешле тапҡанда баланың ҡан тамырҙары, аортаһы ҡыҫылмай, башына һәм атлант һөйәгенә баҫым да әҙерәк була. Ә бына тамаҡты сәс менән ҡытыҡлап уҡшытыу - көсәнеүҙе бала тыуыу урынына йүнәлтә. Күрәһегеҙме, ни тиклем дә белемле булған был тәңгәлдә кендек инәләре!
Әйткәндәй, күп халыҡтарҙа ҡатындар баланы баҫып йә ултырып тапҡан. Африкала, мәҫәлән, урманға сығып китеп, арҡыры ботаҡҡа тотоноп, һинд ҡатындары – лианаға эленеп тороп табыр булған балаһын. Һөңгөгә тотоноп йә ирҙәренең яурынына һалынып, вертикаль торошта ла тапҡандар ҡайһы бер халыҡтарҙа. Ошолай вертикаль рәүештә бала табыу хәҙер байтаҡ урындарҙа яңынан тергеҙелә башлаған, Өфөлә лә, Ырымбурҙа ла бар.
Һәм тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткергем килә – Рәсәйҙә тәүге бала табыу йорто 1750-се йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Тик ул яман даны сыҡҡан аҙғын ҡатындар өсөн тәғәйенләнгән булған (теләһә ҡайҙа бала табып, ташлап китеү осраҡтарын кәметеү өсөн). Шуға ла егерменсе быуатҡа ҡәҙәр бала табыу йортонда бушаныу ғәрлек һаналған.
Беҙҙең быуын, йәғни өләсәй-ҡәртәсәй тәрбиәһендә үҫкән урта йәштәрҙәгеләр, боронғо дауалау үҙенсәлектәре менән яҡшы таныш. Элек сирлене иң беренсе сиратта муллаға алып барып, өшкөртөп ҡарағандар. Доғалар ярҙамы менән шәбәйерлек булмаһа, имселәргә, халыҡ табиптарына ебәргәндәр.
Ә хәҙер - үҙем белгән, ҡулланған дауалау-имләү саралары тураһында.
- Күптән түгел һыуыҡ тейҙереп, ауырып ятҡанда, бала саҡта әсәй мәрхүмә, баштан-аяҡ һары май менән майлап-һылап, төрөндөрөп мейес йылыһына һалғанын, шул май, мейес ташы йылыһына иҙрәп кенә йоҡлап китеп, һауығып уянғанымды һағынып иҫләп алдым. Был юҡҡа түгелдер. Беҙ үҙебеҙ онотһаҡ та, тән күҙәнәктәре хәтерҙә ҡалдыра, нимәнән шифа алыу мөмкинлеген иҫкә төшөрә, иҫкәртәлер, тием.
Майҙың да ниндәй майы бит әле – май майы! Гәрәбә шикелле һары янып торған майҙы тоҙлап, биҙрәгә тултырып, ҡәҙерен белеп, ҡышҡылыҡҡа ҡалдыра ине әсәйем.
Тоҙлауҙың да хикмәте бар: ул ваҡытта һыуытҡыс булмау сәбәпле тоҙланғандыр тип фаразлаһаҡ та, физика ҡанундары буйынса тоҙ, шыйыҡса менән бәйләнешкә инеп, электролит, үткәргескә әйләнә, тимәк, тоҙ ярҙамында шифалы май тирегә еңеллек биреп тарала.
- Баш ауыртыуын баҫыр өсөн май майын ҡурғашҡа һалып, йылымыс килеш баш түбәһенә һалалар ине. Һыуыҡ тейҙереп ауырығанда баҙарҡайға (ағас һауытты әсәйем шулай ти торғайны) ҡайнар һыу ҡойоп, бер ағас ҡалаҡ һары май, ике ҡалаҡ самаһы ҡорот, тоҙ, ҡара борос һалып, болғай-болғай (һауытты ауыҙ тирәләй тотоп) тирләгәнсе эсеп ебәрһәң, шифаның үҙе генә инде! Ингаляцияның бер төрө тиһәк тә була. Ә ҡоротто әсәй ҡыр сейәһенең йәм-йәшел генә япраҡлы ботағын һалып ҡайнатыр ине.
- Ҡаҙ майын да баш ауыртҡанда ҡурғашҡа йылы килеш һалып, башҡа ҡаплай торғайнылар. Яңыраҡ интернетта ҡаҙҙың эс майының файҙаһы тураһындағы мәғлүмәтте уҡып, боронғоларҙың дауалау ысулдарының төплөлөгөнә хайран ҡалғайным.
- Ябай киҙеү аҙып китеп, үпкәгә төшһә, оҙайлы сирҙән мандый алмағандарҙы яңы һуйылған малдың тиреһенә төрә торғайнылар. Сирлене яланғасландырып, арҡаһы менән һалып, тиренең эске йылы яғына төрәләр. Тире үпкә сирен һурып ала тиҙәр ине ололар. Тирегә ятҡандан һуң елдән һаҡланырға кәрәк.
- Яҙ етеү менән атай менән әсәй ат егеп, Бүреле тауға талғыр йыуаһы йыйырға сығып китер ине. Киндер ашъяулыҡты өймәләм итеп йыуа алып ҡайталар, беҙгә генә түгел, күрше-тирәгә лә тараталар. Яҙғы йыуаны бер туйғансы ашау – тотош йылға етәрлек шифа булғандыр.
Атайым менән әсәйем бик йыш баҡсала (йылға буйында урынлашҡан алыҫ баҡсабыҙҙа) ер быуына ла ятып дауаланды. Атайымдың йәш саҡта туберкулез булды, ер быуының файҙаһылыр –олоғайғас, һауығып, иҫәптән төшөрҙөләр.
Уны былай әҙерләйҙәр ине: елһеҙ йылы көндә кеше ятырлыҡ соҡор ҡаҙып, күп итеп ҡоро-һары яғалар. Ер ҡыҙғансы оҙаҡ ҡына ҡуҙландырып тотаһың. Янып бөтмәгән торонбаштарын алып ташлағас, яңы йыйылған йәшел үлән менән соҡорҙо тултыралар. Төрлөһөн һалалар. Шифаһы күберәк булһын тип. Ҡарағай, ҡайын, имән, йүкә һәм башҡа ағастарҙың да ботаҡтарын һалып ебәрәләр. Шунда ятып, йылынып дауаланалар. Торғас, сайынып та тормай, йылы итеп кейенәләр. Унда ла ел тейеүҙән һаҡланырға кәрәк. Йөрәк тирәһен ныҡ ҡыҙҙырырға ярамай. Күпме ятырға икәнен хәлеңә ҡарап самалайһың, былай 25-45 минут ятыу етә. Эҫе мунса кеүегерәк була ул ер быуы.
- Элек кеше дарыу алманы. Һәр хәлдә өйөбөҙҙә дарыу һауыттарын күргәнемде хәтерләмәйем. Кеше ауырыуына артыҡ иғтибар итмәнеме, ауырыуы-сире тураһында һөйләмәне...
Атайым йәштән туберкулез менән сирләне, үпкәһе иреп ағып сыҡҡан тишек урыны ла була торғайны. “Мин әсәйеңдең бағыулы ризығына ғына эләгеп йөрөйөм бит”, - ти торғайны атай мәрхүм.
Ысынлап та, әсәй ризыҡты бағыулы әҙерләне. Ҡул тирмәне менән ҡыҙыл эремсек, талҡан тартып, киптереп, өс литрлыҡ банкаларға һалып, теҙеп ултыртып ҡуйыр ине. Һике аҫтында - майланған ҡыр сейәләре, урҙала ҡатлы-ҡатлы еләк ҡағы элеүле торор ине. Үҙҙәре эшләгән ҡымыҙҙың шифаһын, йоҡлар алдынан йылы ҡатыҡ эсеү, эштә өйрә ҡатыҡлап эсеүҙең файҙаһын әйтеп тә тораһы түгел. Ятыр алдынан йылы ҡатыҡ эсеү һәйбәт йоҡлата. Атайым олоғайған көнөндә үпкә сиренән арынып, иҫәптән төштө.
- Әсәйем мейеһе һелкенгән кешенең мейеһен дә ҡаға торғайны. Башына уратып еп бәйләй ҙә, ҡором менән дүрт яҡтан билдәләп, епте сисеп ҡарай. Ауырыуҙың башын үҙенең күкрәгенә бер нисә тапҡыр ауыштырып, доғаһын уҡый. Мейе ҡаҡтырғас, мотлаҡ ятып йоҡларға кәрәк. Ҡот ҡойғанда ла, имләгән дә лә “минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы” тип башлар ине.
Кәбән төбөнә ятып дауаланыу
- Халыҡта кәбән төбөнә ятыу тигән дауалау ысулы ла бар, күҙәткәнем булды. Бесән кәбәген (кәбән төбөндә йыйылға ыуаҡ үлән) ҙур һауытҡа һалып, ҡайнар һыу менән бешекләп, томалағас, тән бешмәҫлек булып йылымысланғанын самалағас, төшөп яталар йә ултыралар. Ул быуындар һыҙлағанда килешә. Дауаланыуҙы көн аша йә ике көн аша бер нисә рәт ҡабатлайҙар.
- Ғәҙәттә, мин теге йәки был дауалау ысулының нисек, нимә ярҙамында шифаһы тейә икән тип, төбөнә төшөп үк тикшерергә тырышам. Тик ҡайһы саҡта электән килгән имләү ысулдарының асылын аңлап бөтөп булмай. Әйтәйек, биртек йыйыу. Әгәр өйҙә берәүһенең биле биртенһә, ғаиләләге баш бала үҙенә иптәш алып, ауылдағы ете өйҙән биртек ашы йыйып ҡайтырға тейеш булған. Иң бәләкәйе булһам да, мине лә шулай ике туған апайыма эйәртеп, биртек йыйырға сығарғандары хәтерҙә.
биртек ашы бирегеҙ” тип һамаҡлап, ете өйгә инеп, биртек йыйып алып ҡайттыҡ. Һауытыбыҙға кемеһе бер ус сәй, кемеһе ҡатыҡ, кемеһе икмәк һалды. Ауырыу ете төрлө ризыҡ ауыҙ итеп, ҡатығы менән ыуынып, шифа табырға тейеш. Был һорау минең өсөн әле булһа асыҡ ҡала. Шуға күрә төплө белеүселәр булһа, фекер алышыуҙа көтәм.
- Йәш ярымда бүһерҙән мәрхүмә булған һеңлемде өс ҡатын ағас һаплы бысаҡ төйтәһе менән имләгәндәрен беләм. Ауырттырмай ғына, эстән нимәлер уҡып, эсенә тейер-теймәҫ кенә баҫҡылап имләгәйнеләр.
Бүһер ҡалҡһа, көмөш аҡса ла һалып, бәйләп ҡуйып имләгәндәр.
- Төнгө бәүелен тотмаған баланы, тирләп ҡайтҡан аттың ҡамытын систереп, шуның аша өс тапҡыр үткәргәндәрен күргәнем булды.
- Боронғолар һөлөк һалдырып та дауаланды. Әбейҙәрҙең өйөндә банка-банка булып ултырыр ине улар. Һөлөк ҡан эсеп ҙурайып китеп үҙе ысҡынып төшә, әбейҙәр уны шундуҡ тоҙло һыуға һалып, ҡанын ҡоҫтороп, таҙартып алырҙар ине.
- Халыҡта сәс төптәре менән бергә башы ауыртып киткән осраҡта, “Һарҡыуым ҡалҡып китте” түбә сәсенән бер шәлкем итеп тотоп, ныҡ ҡына итеп тартып-тартып дауаланыу ысулы бар. Ул, баҡһаң, “кернә тартыу” тип атала икән. Көслө баш ауыртыуын элек “тиренең һөйәккә йәбешеп китеүе менән бәйле” тип иҫәпләгәндәр.
Хиджама
- Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с сөннәтенән булған хиджама тигән дауаланыу ысулы ла киң таралды һуңғы йылдарҙа. Үҙем ауыртыныуҙың киҫкен ваҡытында хиджама эшләтеп, шифа алғаным булды. Уның тураһында мәғлүмәтте интернет селтәренән дә табырға мөмкин.
- Башҡорттарҙың боронғоса дауалау саралары бик күп. Ҡасандыр заманса медицина күҙлегенән һанланмаһа ла, кәрәк тип табылмаһа ла, халыҡ араһында һаман да популяр булып ҡала килә, бөгөн дә ҡулланыла. Кешеләр табиптарҙың ғына түгел, имселәрҙең дә ярҙамына мохтаж. Ауырып киткәндә төшөнсөлөккә бирелмәй, сирҙе лә риза булып ҡабул итеп, сәбәләнмәй генә шифаланыу сараһын эҙләргә кәрәк. Шәхсән үҙем ауырып киткән осраҡта, “ошо сирҙе дарыуһыҙ ғына еңеп сығып, көс-кәремде арттырам” тип көйләйем.
Ислам ҡанундарына буйһоноп йәшәү ҙә - үҙе бер сәләмәтлек. Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, тәһәрәтләнеү файҙаһы ла айырым һөйләшеү талап иткән тема. Киләсәктә, бәлки, ошо тәңгәлдә лә фекер алышырбыҙ.