Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар 2020, 18:35

Яңы йылға – шәп бүләк

Йәштәргә, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй, республика Хөкүмәте, район хакимиәте тарафынан ҡабул ителгән программалар уңышлы эшләп килә һәм уларҙың бойомға ашырылыуы һөҙөмтәһендә бәхетлеләр өйҙәр туйлай, йорттар төҙөй. Яңы йыл алдынан районда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, физик мөмкинлектәре сикләнгән егет-ҡыҙҙар һәм дүрт ғаилә ошондай ярҙам алып ҡыуанды.

Йәштәргә, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй, республика Хөкүмәте, район хакимиәте тарафынан ҡабул ителгән программалар уңышлы эшләп килә һәм уларҙың бойомға ашырылыуы һөҙөмтәһендә бәхетлеләр өйҙәр туйлай, йорттар төҙөй. Яңы йыл алдынан районда ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, физик мөмкинлектәре сикләнгән егет-ҡыҙҙар һәм дүрт ғаилә ошондай ярҙам алып ҡыуанды. Шәп яңы йыл бүләге алған йәштәрҙе район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев тәбрикләне.
— Торлаҡ — ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе. Үҙ йортоң булыуы бәхетле, матур йәшәү өсөн тәүге шарт, минеңсә. Өйҙәрегеҙ ҡотло булһын, үҙ нигеҙҙәрегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ. Район хакимиәте, үҙ сиратында, күп балалар тәрбиәләгән йәштәргә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер, - тип фатир асҡыстары һәм сертификаттар тапшырҙы.
Был көндө Миләүшә Теләғолова, Светлана Герасимова, Рафиҡ Насиров, Ренат Алтынбаев, Радмир Фәйзуллин, Айнур Абдуллин, Айзилә Адамова, Ләйсән Яхина, Илдар Әбделмәнов, Вера Антипова, Ирина Волювач, Тимур Вергазов, Сәлим Сыңғыҙов һәм Илнур Дилмөхәмәтовтар өйлө булыу бәхетенә иреште. Артабан Ғайса Ғилметдин улы “Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” дәүләт программаһы сиктәрендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки йорт төҙөүгә социаль түләү алыуға хоҡуҡ биреүсе танытмалар тапшырҙы. Район буйынса бындай бәхетлеләр исемлеген был юлы Зөлфиә Илмөхәмәтова, Оксана Шаева, Фидәлиә Юлтина, Альбина Буласова ғаиләләре тулыландырҙы. Йорт алғандар исеменән Илнур Дилмөхәмәтов, сертификатҡа эйә булғандарҙан Альбина Буласова матур байрамға шәп бүләк яһағандары өсөн республика хөкүмәтенә, район етәкселегенә рәхмәттәрен еткерҙеләр, изге теләктәрен юлланылар.
Читайте нас: