Ҡотлауҙа былай тиелә:
“Изге Раштыуа көндәрендә бөтә донъяла миллионлаған кеше шатлыҡ һәм рух күтәренкелеге кисерә, быуындан быуынға тапшырылған күп быуатлыҡ йолалар менән үҙенең берҙәмлеген тоя. Уларҙың йөрәктәре мөхәббәт менән тулыша, изгелек һәм ғәҙеллектең еңеренә ышана. Йәмғиәттең рухи-әхлаҡи нигеҙҙәрен нығытыуҙа, беҙҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә Рус православие сиркәүе һәм Рәсәйҙең башҡа христиан конфессиялары ҙур роль уйнай. Бындай ҙур һәм емешле эш бик мөһим, ул бик тәрән баһаға лайыҡ. Христиандарға һәм Раштыуаны байрам иткән барлыҡ Рәсәй халҡына һаулыҡ һәм именлек теләйем”.
Раштыуа төнөндә дәүләт башлығы Санкт-Петербург ҡалаһындағы Спас-Преображенский ҡорамында булды. Төнгө илаһи литургияны ҡорам руханиһы Николай Брындин башҡарҙы. Байрам хеҙмәтендә Президенттың Төньяҡ-Көнбайыш федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Гуцан, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов һәм балалы ғаиләләр ҡатнашты.
Хеҙмәт тамамланғас, Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт итте: “Һеҙҙе Раштыуа һәм Яңы йыл байрамдары менән ҡотлайым! Һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ!” Бынан тыш, Владимир Путин Николай Брындин менән аралашты һәм уға бүләк итеп Алла Анаһының Тихвин иконаһын бүләк итте. Президентҡа Ҡазан Алла Анаһы иконаһын тапшырҙылар.
#ВладимирПутин