Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Ғинуар 2020, 16:42

Республикала 17 йәшлек уҡыусы өйөндә ремонт яһаған ваҡытта һәләк булған

Башҡортостанда бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә 17 йәшлек уҡыусының ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, 30 декабрҙә Баймаҡта үҫмер өйҙә ремонт эшләгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул, ҡулына шымарта торған машинка тотоп, ултырғысҡа менеп баҫҡан. Ҡайһылыр мәлдә ул тигеҙлеген юғалтып, ултырғыстан ҡолап төшкән. Приборҙың йөҙө йоҡо артерияһын киҫкән – уҡыусы урында йән биргән.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тикшереү эше алып барыла.
Читайте нас: