Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2020, 13:25

Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ

2020 йыл ил башлығы Владимир Путин указына ярашлы, Рәсәйҙә Хәтер һәм Дан йылы итеп иғлан ителде. 4 йыл, 1418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллиондан ашыу яугир ғүмерен алып китә. Күгәрсен районынан унда 13 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шуның яртыһы яу яланында ятып ҡала. 13 миллион совет һалдаты орден-миҙал менән бүләкләнә, 11 мең яугир Советтар Союзы геройы тигән исемгә лайыҡ була, ошо 11 мең яугирҙың 9-ы – беҙҙең яҡташ. Хәтер һәм Дан йылында йылдан-йыл кәмегән ветерандар сафын тотҡан тере яугирҙар тураһында ла, баҡыйлыҡҡа күскән батырҙар тураһында ла яҙыу, уларҙы хәтергә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ. Ибрайҙан Абдулхаҡ Ғәлләметдин улы Заманов олатай ҙа һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу яланында була. Иҫән булһа, ул быйыл 96 йәшен билдәләр ине. 1943 йылда ҡаты яраланған олатайҙың аяғында дошман пуляһын йөрөтөүенә лә 77 йыл тулған булыр ине... Нисәмә йылдар буйы һыҙланһа ла, ҡорос сынығыу алған фронтовик тәнендәге "тимер" тураһында яраланыуға 62 йыл тигәндә рентген тикшереүҙәр үткәндә генә белеп ҡала.

2020 йыл ил башлығы Владимир Путин указына ярашлы, Рәсәйҙә Хәтер һәм Дан йылы итеп иғлан ителде.
4 йыл, 1418 көн һәм төн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллиондан ашыу яугир ғүмерен алып китә. Күгәрсен районынан унда 13 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шуның яртыһы яу яланында ятып ҡала. 13 миллион совет һалдаты орден-миҙал менән бүләкләнә, 11 мең яугир Советтар Союзы геройы тигән исемгә лайыҡ була, ошо 11 мең яугирҙың 9-ы – беҙҙең яҡташ.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙар ҙа, тыл ветерандары ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һанаулы ғына ҡалды. Дәһшәтле йылдарҙы оноттормаҫ өсөн уларға алмашҡа һуғыштың һуңғы шаһиттары – һуғыш балалары килә. Яу яланында оло ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индереп, батырҙарса һәләк булғандар ҙа, һуғыштан һуң тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтып, илде тергеҙеүгә бөтә көсөн һалған яҡташтарыбыҙ ҙа – беҙҙең ғорурлығыбыҙ.
Еңеү яҙын ҡаршылағанда йылдан-йыл кәмегән ветерандар сафын тотҡан тере яугирҙар тураһында ла, баҡыйлыҡҡа күскән батырҙар тураһында ла яҙыу, уларҙы хәтергә төшөрөү яҙыҡ булмаҫ.
Һуғыш ҡағылмаған ғаилә юҡ тип әйтәләр. Ысынлап та, ни тиклем генә ауыр булмаһын, был - хаҡ һүҙ. Һәр кемебеҙҙең ҡартатай-олатайҙары, өләсәй- ҡәртәсәйҙәре һуғыш михнәттәрен үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙ иңдәрендә татыған.
Ибрайҙан Абдулхаҡ Ғәлләм улы Заманов олатай ҙа һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу яланында була. Иҫән булһа, ул быйыл 96 йәшен билдәләр ине... 1943 йылда ҡаты яраланған олатайҙың аяғында дошман пуляһын йөрөтөүенә лә 77 йыл тулған булыр ине...
Нисәмә йылдар буйы һыҙланһа ла, ҡорос сынығыу алған фронтовик тәнендәге "тимер" тураһында яраланыуға 62 йыл тигәндә рентген тикшереүҙәр үткәндә белеп ҡала.
- Тән һыҙлауына ғына түҙеп була ул, йөрәк кенә һыҙламаһын. Беҙҙең күргәндәрҙе йәштәр күрмәһен. Илебеҙгә тыныслыҡ бирһен. Тормош матур, ҡәҙерен белеп кенә йәшәрлек. Йәштәр уҡыһындар, төплө белем алһындар. Уҡыған кеше генә кеше була. Илебеҙҙең киләсәге улар ҡулында икәнлеген онотмаһындар. Илдең киләсәге генә түгел, көнөбөҙҙөң тыныслығы ла улар ҡулында, - тигәйне яу юлын Берлинғаса үткән ветеран һуңғы күрешкәнебеҙҙә.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай. Хәтер һәм Дан йылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылағанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулхаҡ Ғәлләметдин улы Замановтың да рухы шат булһын ине...
Читайте нас: