Мораҙым
-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2020, 11:10
Иҫәптә лә, һанда ла булһын халыҡ
Тәүге Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу 1926 йылдың 17 октябрендә була. Революциянан һуң, ауыр һуғыш йылдарынан яңы аңына килә башлаған халыҡты аяҡҡа баҫтырыу, илде күтәреү өсөн хөкүмәткә халыҡ һаны, уның йәшәү рәүеше, шөғөлө тураһында теүәл мәғлүмәт кәрәк була. Иҫәп алыуға әҙерлек барышында Василий Михайловский менән Олимпий Квиткин фәнни ҡағиҙә төҙөй, әлеге иҫәп алыуҙа ла шул принциптар ҡулланыла. Унда халыҡ кәсептәре, халыҡ шөғөлдәренә ныҡ иғтибар бирелә, халыҡтың килем сығанағы асыҡлана. 10-14 йәштәге үҫмерҙәрҙе лә айырым категорияла билдәләйҙәр.- Тәүге иҫәп алыу булмаһа, завод-цехтарҙы ҡайһы ерҙә урынлаштырырға һәм унда кемдәр эшләргә тейеш икәнлеге билдәле булмаҫ ине. Иҫәп алыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡеүәтле иҡтисади мөмкинлек арҡаһында ғына Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығырға ярҙам иткәндер, - тип яҙа Төбәк проблемалары институты директоры Дмитрий Журавлев. Тимәк, иҫәп алыу кампанияһы илдең, төбәктең һәр яҡлап үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, рәсми статистик мәғлүмәт туплау илдең һәм республиканың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн кәрәк.
Тәүге Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу 1926 йылдың 17 октябрендә була. Революциянан һуң, ауыр һуғыш йылдарынан яңы аңына килә башлаған халыҡты аяҡҡа баҫтырыу, илде күтәреү өсөн хөкүмәткә халыҡ һаны, уның йәшәү рәүеше, шөғөлө тураһында теүәл мәғлүмәт кәрәк була. Иҫәп алыуға әҙерлек барышында Василий Михайловский менән Олимпий Квиткин фәнни ҡағиҙә төҙөй, әлеге иҫәп алыу нигеҙендә лә шул принциптар ята. Унда халыҡ кәсептәре, халыҡ шөғөлдәренә ныҡ иғтибар бирелә, халыҡтың килем сығанағы асыҡлана. 10-14 йәштәге үҫмерҙәрҙе лә айырым категорияла билдәләйҙәр.
- Тәүге иҫәп алыу булмаһа, завод-цехтарҙы ҡайһы ерҙә урынлаштырырға һәм унда кемдәр эшләргә тейеш икәнлеге билдәле булмаҫ ине. Иҫәп алыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡеүәтле иҡтисади мөмкинлек арҡаһында ғына Бөйөк Ватан һуғышында еңеп сығырға ярҙам иткәндер, - тип яҙа Төбәк проблемалары институты директоры Дмитрий Журавлев та.
Тимәк, иҫәп алыу кампанияһы илдең, төбәктең һәр яҡлап үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, рәсми статистик мәғлүмәт туплау илдең һәм республиканың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн кәрәк.
Шуға күрә һәр кемебеҙ уға яуаплы ҡарап, мәғлүмәттәрҙең теүәл һәм аныҡ булыуына булышлыҡ итһәк икән.
Әйткәндәй, яңыраҡ иҫәп алыусылар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторолдо.
Иҫәп алыуға әҙерлек барышында уның символикаһы ла яңыртылды, яңы эблема ҡабул ителде. Фирма логотибын эшләү конкурсында бөтә Рәсәйҙән 1289 дизайнер ҡатнашҡан.
Иҫәп алыу кампанияһы тураһында теүәл һәм лөрөҫ мәғлүмәттәрҙе
http://www.strana2020.ru
. сайтында табырға була, башҡорт телендәге яҙмалар
#иҫәптәләһандалабулайыҡ
хештегы менән урынлаштырыла.
Читайте нас: