Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ғинуар 2020, 13:30

Балаларға бүләккә - һырғалаҡ

Яңы йыл яҡынлашып килгәндә Үрге Сирбай ауылы балалары оло бүләк алып ҡыуандылар. Ауылыбыҙҙа урынлашҡан “Гномик” магазины хужабикәһе Ирина Рәхмәтуллина инициативаһы менән матур һырғалаҡлы булдылар.

Яңы йыл яҡынлашып килгәндә Үрге Сирбай ауылы балалары оло бүләк алып ҡыуандылар. Ауылыбыҙҙа урынлашҡан “Гномик” магазины хужабикәһе Ирина Рәхмәтуллина инициативаһы менән матур һырғалаҡлы булдылар. Балаларҙың шат тауыштары гөрләп торған һырғалаҡҡа ҡарап Ирина үҙе лә ҡыуана.
Был ҙур эште башҡарып сығырға Күгәрсен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Аллабирҙин (ағас материалдары менән), Күгәрсен ауылы старостаһы Заһит Әбсәләмов (таҡталар алып килгән) ярҙам иткән. Ауылдың ир-аттары, йәштәр һырғалаҡты һә тигәнсә эшләп тә ҡуйған.
Ә ауыл халҡы балаларға каникул ваҡыттарында рәхәтләнеп уйнарға, күңел асырға мөмкинлек биргән изге күңелле, уңған һатыусыбыҙға оло рәхмәттәрен әйтә. Иринаның эштәре гел уң булһын!
Читайте нас: