Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2020, 13:00

Яңы йыл тамашаһы күңелле булды

Яңы йыл тамашалары декабрь аҙағында уҡ башланып киткәйне. 29-ҙы көнө маскарад Мораҡ ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә лә үтте. Тирә-яҡҡа яңғырап торған йыр –моң байрамса биҙәлгән майҙанға халыҡты арыу ғына йәлеп итте.

Йыйылыусыларҙы Мораҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А. Жердев ҡотлағас, байрам тамашаһы башланып китте. Район мәҙәнит һарайы артистары Нәғим Нуриманов, Елена Киршина, Руслан Абдуллин, Евгения Усоваларҙың дәртле йырҙарына халыҡ та ҡушылып йырланы.
Балалар ҙа тик торманы, шыршы тирәләй бейеп күңел асты, боҙ тауҙа шыуып уйнаны.
Яңы йылдың төп ҡунағы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килгәс, майҙан тағы ла йәнләнеп китте. Тамашасылар кемуҙарҙан таҡмаҡ әйтеп, шиғыр һөйләп, Ҡыш бабайҙан күстәнәс алды. Маскарад костюмында килеүселәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Маскарад байрам салюты менән тамамланды.
Читайте нас: