Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2020, 12:10

Тырышҡан - тапҡан

Ауылда эш булмаһа ла, Үрге Мөрсәләй халҡы юғалып ҡалмаған, үҙ йүнен үҙе күреп, бер - береһенә ярҙам итеп, берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәй. Яңыраҡ ҡына ҡатын-ҡыҙҙар Мораҡ ауылында йәшәгән ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Якиеваны саҡырып, фоамиран дан декоратив шәмдәл эшләү технологияһын өйрәнде. Оҫталыҡ дәресенән апайҙар һәм инәйҙәр илһамланып, яратҡан шөғөлдән дә табыш алыу мөмкинлегенә төшөнөп ҡайтты. Гүзәл заттар ауыл клубында ҡул эштәре өйрәнгән арала, ир-егеттәр ҙә балта оҫтаһы Хәйҙәр ағай Латыповҡа барып, ағастан әйберҙәр эшләү серҙәренә төшөндө. Алтын ҡуллы ағас оҫтаһы тураһында мәҡәлә гәзит биттәрендә донъя күрер

Ауылда эш булмаһа ла, Үрге Мөрсәләй халҡы юғалып ҡалмаған, үҙ йүнен үҙе күреп, бер - береһенә ярҙам итеп, берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәй.
Яңыраҡ ҡына ҡатын-ҡыҙҙар Мораҡ ауылында йәшәгән ҡул эштәре оҫтаһы Гүзәл Якиеваны саҡырып, фоамирандан декоратив шәмдәл эшләү технологияһын өйрәнде. Оҫталыҡ дәресенән апайҙар һәм инәйҙәр илһамланып, яратҡан шөғөлдән дә табыш алыу мөмкинлегенә төшөнөп ҡайтты.
Гүзәл заттар ауыл клубында ҡул эштәренә өйрәнгән арала, ир-егеттәр ҙә балта оҫтаһы Хәйҙәр ағай Латыповҡа барып, ағастан әйберҙәр эшләү серҙәренә төшөндө.
Алтын ҡуллы ағас оҫтаһы тураһында мәҡәлә гәзит биттәрендә донъя күрер.
Читайте нас: