Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2020, 12:00

Ижадсыларҙы берләштерә “Меңъяпраҡ”

“КоРифеи” VII халыҡ –ара йәштәр әҙәби фестивале сиктәрендә Өфөлә “Меңъяпраҡ” республика әҙәби берекмәһенең беренсе слеты булды. Яҙыусылар союзының -85, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала төрлө райондан ижадсылар, шул иҫәптән Мораҡ 1-се урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Хәлитова менән шағир Хәким Алсынбаев ҡатнашты.

Ике көн буйы барған сарала әҙәби берекмә ағзалары йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашты, асыҡ лекция тыңланы, оҫталыҡ дәрестәрендә, шиғри турнирҙа сығыш яһаны.
- Ижади семинарҙа ҡатнашыу беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Яҙыусылар Салауат Вахитов, Светлана Чураева, Елена Крюкова, Николай Дорошенко, Игорь Фроловтарҙың сығыштарын тыңланыҡ, яҙыусыларҙың ижад лабораторияһы менән таныштыҡ, - ти Алһыу тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Читайте нас: