Яңы йыл алдынан Дөмбәй ауылы ҡатын-ҡыҙҙары билмән эшләү өмәһе ойоштороп, бер-береһенә йөрөп, күмәртәләп билмән эшләп туңдырып ҡуйҙы.
- Күп ерҙә хужабикәләр шулай бер-береһенә йөрөп, өмәләр үткәреп, билмән-манты яһап ала. Беҙ ҙә, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ кәңәшләштек тә, үҙебеҙҙең эшебеҙҙе еңеләйтер өсөн билмән өмәһе башлап ебәрҙек. Бер көн - берәүгә, икенсе көн икенсегә барып, ике сәғәттәй ваҡыт эсендә 7-8 кило самаһы билмән эшләнек. Хужабикә эслеген генә әҙерләп ҡуя. Ҡамыр баҫыу эше кемдеке матур килеп сыға, шуға ҡушыла, йәйеүҙе лә аныҡ кеше башҡара. Күмәк булғас, эш тә ырай, күңелле лә. Һөйләшә-көлөшә ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалабыҙ, - ти Гүзәлиә апай Ҡотлогилдина.
Ысынлап та, шәп бит, ә? Яңы йылға балалар ҡайта, ҡунаҡтар килә, ҡапылғара нимә бешерәйем, нимә әҙерләйем тип йонсомайһың, оҫта ҡуллы хужабикәләр эшләгән тәмле билмәнде һурпаға һалып ҡайнатып ебәрҙең дә, һыйың да әҙер. Дөмбәйҙәрҙең был тәжрибәһен күрше-тирә ауылдар ҙа отоп алған.