Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2020, 12:45

Байрам күрке, ауыл йәме - ҡар һындар

Үрге Мөрсәләй өсөн уҙған йыл мөһим ваҡиғаларға айырыуса бай булды. Тотош ауыл менән йөрьәт итеп “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашырға булып, ошо йүнәлештә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, айыҡлыҡ хәрәкәтен киңерәк йәйелдереү буйынса арыу эштәргә нигеҙ һалдылар.

Яңы йыл байрамын да лайыҡлы ҡаршыланы улар. Ауылға байрамса төҫ биреп, урамда төрлө әкиәт персонаждары - ҡар һындар ҡалҡып сыҡты, балаларға шыуырға тау ҙа ҡуйылды.
Бына Джангучуковтарҙың ҡапҡа алдын йыл хужаһы сысҡан менән Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡар бабайҙар, ҡупшыҡай шыршы биҙәй.
Ҡотлогилдиндар ҙа байрамса биҙәп ҡуйған өйөн: ҡып-ҡыҙыл елән кейгән Ҡыш бабай менән зәңгәр күлдәкле Ҡарһылыу урамдан үткән һәр кемде Яңы йыл менән ҡотлағандай.
Ҡыш уртаһында яуып торған ямғырғамы күңелһеҙләнеп китһәләр ҙә анау Ҡарбабайҙар барыбер байрам кәйефен тыуҙыра.
Тормошҡа айыҡ ҡараш булғанда ғына ябай ғына нәмәнән дә йәм табып булалыр. Быны дөмбәйҙәр үҙ миҫалында раҫлай ҙа инде.
Читайте нас: