Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2020, 09:00

2020 йылда Башҡортостан халҡы 121 көн ял итә

Иң оҙайлы ялдар яңы йыл каникулы һәм байрамдарына тура килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республикала йәшәүселәргә 2020 йылда шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура киләсәк 4 һәм 5 ғинуар ялдарының 4 һәм 5 майға күсерелеүе тураһында иҫенә төшөрҙө.

Иң оҙайлы ялдар яңы йыл каникулы һәм байрамдарына тура килә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республикала йәшәүселәргә 2020 йылда шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура киләсәк 4 һәм 5 ғинуар ялдарының 4 һәм 5 майға күсерелеүе тураһында иҫенә төшөрҙө, тип хәбәр итә БАШНЬЮС.
Парламент спикеры әйтеүенсә, Рәсәй кимәлендәге байрамдарҙан тыш, Башҡортостан халҡын 11 октябрь – Республика көнө, 24 майҙа – Ураҙа һәм 31 июлдә Ҡорбане ғәйете уңайынан ял көндәре көтә. Башҡортостан парламенты етәксеһе халыҡты ял һәм байрам көндәрен һаулыҡ һәм ғаилә өсөн файҙалы үткәрергә саҡырҙы.
Читайте нас: