Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2019, 18:25

Ҡыш бабай килде ҡунаҡҡа...

Сәйетҡол ауыл клубында “Хуш киләһең, Яңы йыл!” исемле музыкаль осрашыу үткәрелде. Иң башта “Аҡбуҙат” балалар баҡсаhы тәрбиәләнеүселәре “Ҡышҡы урман серҙәре” исемле театрлаштырылған концерт күрһәтте. Ҡыш бабай менән Ҡарhылыу, Сысҡан байрамға килгән инәйҙәрҙе ҡотлап, уйындар уйнатып, шыршы тирәләй бейетеп, йырҙар йырлатып кәйефтәрҙе күтәрҙе.

Йыр-бейеүҙән тыш, Ҡыш бабайға шиғыр hөйләү, ҡар бөртөктәрен йыйыу, “Музыкаль эшләпә”, “Бесәй- сысҡан” уйындары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Клуб мөдире Лилиә Ғәлимова ойошторған был кисә аҙағында тамашасылар тәмле күстәнәстәр менән сәй эсеп, күңелле аралашып, изге теләктәрен теләп, күңелебеҙҙе үҫтерҙегеҙ, әлдә килгәнбеҙ әле тип, рәхмәттәр әйтеп таралышты.
Нәзифә УСАРОВА.
Сәйетҡол ауылы.
Читайте нас: