Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2019, 16:00

“Тормошомдан ҡәнәғәтмен...”

БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Гөлнур Сәғитйән ҡыҙы Әмирханованың был һүҙҙәренә күпселек ҡатын-ҡыҙҙың бәхет төшөнсәһе һалынған. Ысынлап та, 40 йылдан ашыу ғүмереңде яратҡан эшеңә бағышлап, үҙ һөнәреңә тоғро ҡалыу, яратҡан кешең менән донъя ҡороп, балалар үҫтереү һәм уларҙың уңыштарын, тормошта лайыҡлы йәшәүҙәрен күреү ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙ өсөн оло бәхеттең үҙелер ул.

БР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре Гөлнур Сәғитйән ҡыҙы Әмирханованың был һүҙҙәренә күпселек ҡатын-ҡыҙҙың бәхет төшөнсәһе һалынған. Ысынлап та, 40 йылдан ашыу ғүмереңде яратҡан эшеңә бағышлап, үҙ һөнәреңә тоғро ҡалыу, яратҡан кешең менән донъя ҡороп, балалар үҫтереү һәм уларҙың уңыштарын, тормошта лайыҡлы йәшәүҙәрен күреү ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙ өсөн оло бәхеттең үҙелер ул.
1-се Түкәт ауылында Ғәйниямал менән Сәғитйән Әмирхановтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә Гөлнур апай. Үҙ ауылында башланғыс белемде алғас, уҡыуын Өфөләге Р.Ғарипов исемендәге мәктәп-интернатында дауам итә. Бәләкәйҙән үҙен тап медицина өлкәһе белгесе итеп күргән ҡыҙ һис икеләнеүһеҙ Өфө медицина училищеһының шәфҡәт туташтарын әҙерләү бүлегенә уҡырға инә.
1979 йылда уҡыуын тамамлап ҡайтҡан йәш белгес Мораҡ үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә эш башлай. Гөлнур Сәғитйән ҡыҙының шул ваҡыттан алып 40 йыл ғүмере ауырып-сырхап киткәндәрҙең, аяҡ-ҡулын һындырып йәки операция үткәреп, ауыртыу-һыҙланыуға түҙә алмай ятҡандарҙың хәлен еңеләйтеүгә, табип биргән дауаларҙы тәғәйен ваҡытында ғына биреп пациенттарҙы дауалауға арнала.
Медицина эшсәненә оҫта ҡуллы, тәжрибәле табип-хирургтар - Наил Абдулла улы Сәғитов, Илгиз Хөрмәт улы Аллағужин, Алексей Станиславович Лысов етәкселегендә, улар менән иңгә-иң терәшеп эшләргә насип була.
Үҙ һөнәренең нескәлектәрен төптән белгән, үҙ эшен яратып һәм бөтә күңелен биреп башҡарған яуаплы белгесте 1999 йылда өлкән шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр.
Гөлнур Сәғитйән ҡыҙы бында ла һынатмай, ике хирургия, реанимация һәм операция блоктарында эшләүсе шәфҡәт туташтары һәм санитаркалар эшен ойошторорға, көйләргә һәм уларға йүнәлеш бирергә, документтар тултырырға һәм өлкән шәфҡәт туташы иңдәренә ятҡан башҡа йөкләмәләрҙе үтәргә өлгөрә. Хеҙмәттәштәрен, айырыуса яңы эш башлаған йәштәрҙе ул күп нәмәгә өйрәтә, уларға һәр яҡлап өлгө булып тора. Ә кешеләр менән эшләү, өҫтәүенә уларҙың хөрмәтен ҡаҙаныу бер ҡасан да еңел булмаған.
- Коллективым һәйбәт булды. Дуҫ, татыу, һәр саҡ бер-беребеҙҙе аңлап ҡына эшләнек. Тормош иптәшемдән дә уңдым, айырыуса төнгө дежурға киткән, отчет ваҡыттарында һуңға тиклем эштә ултырған саҡтарымда эргәңдә ышаныслы кешең барын белеү, донъяңды көтөр, арҡаңды терәрлек иптәшең булыуы шарт. Унһыҙ бөтә көстө һәм ваҡытты алған эшкә башкөлләй сума алмаҫ инем. Минең хәлемде аңлап, бөтә йорт мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған таянысым ул – ирем, - ти ул 40 йылға яҡын тормош һуҡмағынан бергә атлаған ире Фәрит Рәшит улы менән сикһеҙ ғорурланып.
Бер-береһенә насип йәрҙе тормош үҙе бер һуҡмаҡҡа сығара, тиҙәр. Уларҙың танышыуҙарына ла Гөлнур апайҙың үҙ эшен оҫта итеп башҡарыуы, бирелеп эшләүе сәбәпсе була. Фәриттең ҡәрсәһе ауырып китеп дауаханаға – тап Гөлнур апай эшләгән бүлексәгә эләгә. Йүгереп йөрөп пациенттарҙы тәрбиәләгән – табип ҡушҡан дауаларҙы теүәл үтәп, һәр бер пациенттың хәлен еңеләтергә тырышҡан алсаҡ һәм ярҙамсыл ҡыҙҙы ныҡ оҡшата инәй. Хәл белешергә килгән ейәненә лә әйтә: “Ана, күр! Ниндәй матур һәм тырыш ҡыҙ!” Дауаханала танышыуҙы хуп күрмәһә лә, егет ҡыҙҙы күңеленә һалып ҡуя. Ул ваҡыттан әллә күпме ваҡыт үткәс, улар тағы осраша. Егет, ҡәрсәһенең һүҙен тотоп, күңелендә күптән урын алған ҡыҙға өндәшә. Бына шулай башлана ла инде Гөлнур менән Фәриттең мөхәббәт тарихы. Күп тә тормай йәштәр өйләнешә, матур итеп донъя көтөп алып китә, тормоштарына йәм өҫтәп ҡыҙҙары Гүзәл тыуа.
Фәрит ағай 23 йыл буйы сауҙа өлкәһендә эшләй, район ҡулланыусылар йәмғиәте бөтөрөлөп, сауҙа нөктәләре шәхси ҡулдарға күскәс, үҙенең хеҙмәт юлын торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә дауам итә.
Әмирхановтар икеһе лә хәҙер хаҡлы ялда. Ҡыҙҙарының, ейәндәренең уңыштарына ҡыуанып, уларҙы тәрбиәләшеп, ҡәҙерле атай-әсәй, өләсәй–олатай булып ғүмер итәләр.
- Аллаға шөкөр, ҡыҙыбыҙ Гүзәл дә бәләкәйҙән тәртипле, аҡыллы булды. Мәктәптә уҡығанда ла беҙҙе бер ҙә борсоманы, тырышып уҡыны, мәктәпте алтын миҙалға бөттө, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланы, - тиҙәр улар ҡыҙҙары менән ғорурланып. Әсәһе юлын һайлаған Гүзәл ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында йәшәй, табип-педиатр булып эшләй.
Тормош дауам итә. Тиҙҙән өр-яңы йыл да ишек ҡағыр. Яңы йылдар район мәнфәғәтенә ғүмере буйы тырышып эшләгән Әмирхановтарға ла яңы бәхеттәр, уңыштар, шатлыҡтар алып килһен!
Читайте нас: