Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Декабрь 2019, 15:00

Әсәһенең ғорурлығы

Ошо көндәрҙә Дауыт-Ҡайып ауылында йәшәүсе Яҡшыбаевтар ғаиләһе ҙур ҡыуаныс кисерә – улдары Динар Рәсәй хәрби көстәрендә хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.

Ошо көндәрҙә Дауыт-Ҡайып ауылында йәшәүсе Яҡшыбаевтар ғаиләһе ҙур ҡыуаныс кисерә – улдары Динар Рәсәй хәрби көстәрендә хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.
Динар бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы, тәртипле егет булып үҫә. Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптә белем алғас, уҡыуын Кумертау башҡорт гимназия-интернатында дауам итә. Армияға алынғансы ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында психолог һөнәрен үҙләштерә, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай.
- Улдарымдың икеһе лә тыуған иленә булған бурысын үтәне, хәрби хеҙмәттә булды, - ти Миңлегөл Сәрүәр ҡыҙы улдары менән ғорурланып.
Бәләкәйҙән үҙаллыҡҡа ынтылған Динар уҡып йөрөгән сағында ла әсәһенә артыҡ ауырлыҡ һалырға теләмәй, каникул мәлдәрендә өс йыл рәттән тимер юлында проводник булып эшләй. Ипле, кешегә ярҙам итергә әҙер торған, алсаҡ егетте ауылдаштары ла, бергә уҡыған иптәштәре лә хөрмәт-ихтирам итә.
Динар Елань ҡалаһында мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бала саҡтан спортты яратҡан егеттең ойоштороу һәләте лә көслө була.
Хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәткән өлгөлө хеҙмәте өсөн Динарҙың әсәһе Миңлегөл Сәрүәр ҡыҙы 31612-се ғәскәри частың мотоуҡсылар ғәскәренә кесе белгестәр әҙерләү үҙәге командиры полковник А.Насыбуловтан: “Улығыҙҙы яҡшы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн оло рәхмәт белдерәбеҙ. Улығыҙ менән Һеҙ хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ”, – тигән һүҙҙәр менән эстәлекле Рәхмәт хаты алған.

Унда хәрби хеҙмәтен үткәндә тырыш, яуаплы, ғәҙел һәм тәртипле, инициативалы булған егеттең иптәштәренең дә, командирҙарының ихтирамын яулауы тураһында яҙылған.
Ил алдындағы бурысын үтәп, ир ҡорона инеп ҡайтҡан егет әле эшкә урынлашып йөрөй. Динарға киләсәктә лә шулай әсәһен, яҡындарын һөйөндөрөп тороуын, бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: