Шулай итеп, Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡыҙҙарҙы ла армия сафына саҡырыу тураһында закон проекты тәҡдим ителгән. Әгәр ул ҡабул ителһә, 18 йәше тулған ҡыҙҙар әрме хеҙмәтенә саҡырыу ҡағыҙын алғас, Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итә йәки был бурыстан баш тарта ала. Үҙенең теләгенән тыш, бер кем дә ҡыҙҙы әрмегә ебәрә алмай, БАШҠОРТОСТАН. Планлаштырылған хеҙмәт итеү ваҡыты – бер йыл. Әгәр үрҙә һүҙ барған закон ҡабул ителеп, ҡыҙҙар Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй башлаһа, армия һан йәһәтенән артасаҡ. Улар, нигеҙҙә, психолог, медицина хеҙмәткәре, санитар эшен атҡарыр тип күҙаллана.
Мәҫәлән, Израилдә ошондай тәжрибә бар. Был илдә хеҙмәт иткән ҡыҙҙарға төрлө ташламалар ҡаралған. Өҫтәүенә унда хеҙмәт өсөн аҡса түләнә һәм ошо ваҡыт эсендә кеше һөнәргә эйә була ала. Белгестәр билдәләүенсә, бына ошондайыраҡ ташламалар беҙҙең илдә лә ҡаралһа, әрме хеҙмәтенә барырға теләгән гүзәл зат вәкилдәре һаны артыр ине.
Әлеге ваҡытта Рәсәй армияһында хеҙмәт иткән, был эште контракт буйынса башҡарған ҡатын-ҡыҙҙар бар. Уларҙың күбеһе гражданлыҡ вазифаларында эшләй.