Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2019, 17:05

Мораҡ ауылының Совхоз биҫтәһендә - балалар уйын майҙансығы

Мораҡ ауылында “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында төҙөлгән балалар уйын майҙансығы асылды.

Мораҡ ауылының Совхоз биҫтәһе үҙәктән ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан һәм унда йәшәүсе балаларға уйнарға, күңел асырға урындар бик аҙ ине. Шуға ла 2018 йылдың декабрендә ауыл биләмәһендә уҙған дөйөм йыйылышта шул биҫтәлә йәшәүселәр үҙәренә яҡын ерҙә уйын майҙансығы төҙөү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайны.
Йыйылышта фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы, тәҡдимдәр ҙә төрлө-төрлдө булды. Шулай ҙа аҙаҡ ҡарар ҡабул ителде: Совхоз биҫтәһендә “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында балалар майҙансығын төҙөргә.
Һәм бына ҡыуаныслы яңылыҡ: уҙған аҙнала “Аныҡ эштәр” программаһы ярҙамында төҙөлгән балалар уйын майҙансығы тантаналы асылды.
Читайте нас: