Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Декабрь 2019, 12:50

Изге эштең башланғысы яҡшы

Үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова видеоконференция форматында “Айыҡ ауыл- 2019” республика конкурсының ултырышын үткәрҙе. Тура эфирҙа беҙҙән район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвера Фәйрушина менән ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.

Үткән аҙнала Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова видеоконференция форматында “Айыҡ ауыл- 2019” республика конкурсының ултырышын үткәрҙе. Тура эфирҙа беҙҙән социаль мәсьәләләр буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Фәйрушина менән ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова хәбәр итеүенсә, муниципаль этапта барлығы 464 ауыл ҡатнашҡан, шуларҙың 47-һе бәйгенең икенсе этабына үткән, шул иҫәптән Беҙҙең Үрге Мөрсәләй (Дөмбәй) ауылы ла айыҡ ауыл исеме өсөн көрәшә. Һәр ауылда конкурс сиктәрендә граждандар йыйылышы (сходтар), спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелгән.
Президиум ағзаһы, яҡташыбыҙ Сәлиә Мырҙабаева район кимәле һөҙөмтәләре тураһында бәйән итте, республика этабының эш планы менән таныштырҙы. Ултырыш аҙағында ойоштороу комитеты Үрге Мөрсәләй ауылы тураһында видеояҙманы күрһәтте.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән был социаль бәйге сәләмәт йәшәү рәүешен алып барған, йәмәғәтселек араһында киң пропагандалаған ауылдарҙы асыҡлап, уларҙы бүләкләү, билдәләү, өлгө итеп күрһәтеү, шуның менән башҡаларҙы ла ылыҡтырыу маҡсаты менән ойошторола.
Үрге Мөрсәләйҙә әлеге көндә республика этабында үтәсәк бәйгегә әҙерлек эштәре бара, йыл һөҙөмтәләрен барлау менән бергә айыҡ ауыл конкурсы планына ярашлы төрлө саралар үткәреү ҡаралған. Ошо арала ҡул эштәре, халыҡ кәсептәренә арналған ҡатын –ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.
Читайте нас: