Мораҙым
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Декабрь 2019, 23:25

2020 йылға йондоҙнамә

Көнсығыш календары буйынса 2020 йыл - аҡ металл Сысҡан йылы. Ябай ғына йыл түгел ул, 12 йыллыҡ мөсәлде тамамлау бурысы тап уға тапшырылған. Шуға ла ул барыһы өсөн дә үтә мөһим. Тимәк, алдағы йылда киләсәккә ҡарата маҡсаттарҙы билдәләү, тағы ла бәхетле тормошҡа юл ярыу кәрәк. Аҡ Сысҡан үҙ көсөнә инеү менән беҙ шәхси тормошта ғына түгел, йәмғиәттә лә аныҡ үҙгәрештәр күрербеҙ, сөнки был йыл хужаһы алдағыларынан бар яҡлап та айырыла. Иң мөһиме ялҡауланмаҫҡа һәм йомшаҡлыҡ күрһәтмәҫкә, шул ваҡытта иң ауыр мәсьәләләр ҙә еңел генә сиселер. Көнбайышта йыл хужаһы әллә ни ҙур абруйға эйә булмаһа ла, Ҡытайҙа ул ҡыйыулыҡ, хәйләкәрлекте кәүҙәләндереүсе изге хайуан һанала. Тимәк, 2020 йыл маҡсатлы, ҡыйыу, үткер кешеләр өсөн айырыуса уңышлы буласаҡ. Уҙған йылдағы тырыш хеҙмәт ниһайәт үҙ емешен – карьера үҫеше, матди ҡәнәғәтлек, ғаиләлә тотороҡлолоҡ бирер.

Көнсығыш календары буйынса 2020 йыл - аҡ металл Сысҡан йылы. Ябай ғына йыл түгел ул, 12 йыллыҡ мөсәлде тамамлау бурысы тап уға тапшырылған. Шуға ла ул барыһы өсөн дә үтә мөһим. Тимәк, алдағы йылда киләсәккә ҡарата маҡсаттарҙы билдәләү, тағы ла бәхетле тормошҡа юл ярыу кәрәк.
Аҡ Сысҡан үҙ көсөнә инеү менән беҙ шәхси тормошта ғына түгел, йәмғиәттә лә аныҡ үҙгәрештәр күрербеҙ, сөнки был йыл хужаһы алдағыларынан бар яҡлап та айырыла. Иң мөһиме ялҡауланмаҫҡа һәм йомшаҡлыҡ күрһәтмәҫкә, шул ваҡытта иң ауыр мәсьәләләр ҙә еңел генә сиселер. Көнбайышта йыл хужаһы әллә ни ҙур абруйға эйә булмаһа ла, Ҡытайҙа ул ҡыйыулыҡ, хәйләкәрлекте кәүҙәләндереүсе изге хайуан һанала. Тимәк, 2020 йыл маҡсатлы, ҡыйыу, үткер кешеләр өсөн айырыуса уңышлы буласаҡ. Уҙған йылдағы тырыш хеҙмәт ниһайәт үҙ емешен – карьера үҫеше, матди ҡәнәғәтлек, ғаиләлә тотороҡлолоҡ бирер.
Сысҡан
25 ғинуарҙан тулы хоҡуҡҡа эйә булған Аҡ сысҡан үҙенең йылында тыуғандарға һәр йәһәттән уңыш алып килер. Матди хәлегеҙ һиҙелерлек яҡшырыр, шәхси проблемалар артта ҡалыр, һаулығығыҙ ҡыуандырыр. Йыл яҡшы яңылыҡтарға, ҡыуаныстарға бай булыр.
Ярайһы уҡ ҙур ғына күләмдә аҡса түгергә тура килһә лә, бушҡа булмаҫ. Бигерәк тә был аҡсаны үҙенә, үҙ эшенә тотонғандар уңыр. Ялланып эшләгәндәр эш хаҡын арттырыуҙы, вазифаһында үрләтеүҙе һорап мөрәжәғәт итә ала, етәкселәр тырышлығығыҙҙы баһаламай ҡалмаҫ.
Үгеҙ
Һеҙҙең өсөн йыл үтә ябай булмаһа ла, бик һөҙөмтәле, уңышлы киләсәк. Үҙ өҫтөгөҙҙә эшләүегеҙ, һәр яҡлап камиллашыуығыҙ мотлаҡ – был тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн күп нәмәгә яңы күҙлектән бағырға ярҙам итер. Матди хәлегеҙ төрлөсә булыр – яҙ, йәй башы торороҡһоҙ булһа, аҙаҡ көтөлмәгән ерҙән аҡса килеүе ихтимал. Элек эшләп киткән ҡайһылыр эшегеҙгә кире ҡайтырға тәҡдим итеүҙәре мөмкин. Шунда уҡ баш тартмағыҙ. Һеҙҙең эш тәжрибәгеҙ юғары вазифаға үрләүегеҙгә, аҡсалы эш табыуға йоғонто яһар.
Юлбарыҫ
Юлбарыҫ менән Сысҡан араһында әллә ни уртаҡлыҡ булмаһа ла, йыл хужаһы һеҙҙең өсөн дә күп кенә уңыштар алып килер. Тик ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә артыҡ иғтибар биреп, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларҙы күрмәй ҡалмағыҙ.
Эшегеҙгә нимә ҡамасаулай икәнлеген аңлаһағыҙ, хеҙмәтегеҙ ҙә алға барыр, етәкселәр ҙә ҡәнәғәт ҡалыр.
Икенсе яртығыҙҙан, яҡындарығыҙҙан хуплау, маҡтау һүҙҙәре ишетеп торорһоғоҙ - үҙегеҙ ҙә уларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ.
Ҡуян

Ҡуяндарҙы йыл башында уҡ күп кенә үҙгәрештәр көтә: уның яңы дуҫтар, шөғөл, яңы өй, эш булыуы ла мөмкин. Кемдер хатта ситкә күсеп китергә лә хәл итер. Сысҡан йылы барлыҡ ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн уңай. Яңы мөмкинлектәр күңелегеҙҙе елкендерер, яңы үрҙәргә әйҙәр. Эшегеҙҙә һеҙ электән хыялланған өлкә менән шөғөлләнергә тәҡдим итеүҙәре лә бар.

Иҫке дуҫтарығыҙҙы ла онотмағыҙ, ҡайһы берҙә башҡалар кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҙа ҡамасауламаҫ.

Нимә-нимә, аҡса йылға булып ағыр. Килгән байлыҡтың бер өлөшөн мохтаждарға таратыу уңышты ҡасырмаҫҡа ярҙам итер.

Аждаһа

Аждаһалар өсөн йыл башы “тулҡынлы” килер: уңыштар бәләкәс кенә ҡаршылыҡтар менән аралашып барыр. Әммә күңелһеҙлеккә бирелергә ашыҡмағыҙ: аҙ ғына тырышлыҡ менән хәл-ваҡиғаларҙы үҙегеҙ теләгән яҡҡа борорһоғоҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе ярты һүҙҙән аңлаусы, иңен ҡуйырға әҙер тороусы дуҫтарығыҙ күп булыр.

Хеҙмәт өлкәһендә әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

Йыл һеҙҙең өсөн юғары ноталарҙа тамамланыр – яҡшы яңылыҡтан ҡанаттар үҫеп сыҡҡандай тойолор.

Йылан

Аҡ сысҡан йыландарҙы иң тәү сиратта матди яҡтан ҡыуандырыр. Быға тиклем бушҡа ғына шул тиклем тырышып эшләмәнегеҙ бит! Әммә артыҡ “юртып” та китмәгеҙ, сысҡандар артыҡ ашыҡҡандарҙы яратмай. Яңы осрашыуҙар күп булыр, күңелегеҙгә ятҡан кешеләр менән аралашыу тик шатлыҡ ҡына килтерер.

Ғаиләгеҙ – һеҙҙең ныҡлы тылығыҙ, шуға ла яҡындарығыҙҙы иғтибарығыҙҙан өҙмәгеҙ. Ташып торған көс-ҡеүәтегеҙҙе уларҙың файҙаһына йүнәлтегеҙ. Яҙын күптән аралашмаған туғандарығыҙ үҙҙәре тураһында иҫегеҙгә төшөрөр.
Йылҡы
Йылҡыларҙы шәхси тормошта ла, эштә лә ҡыуаныслы мәлдәр көтә. Иң мөһиме, ниһайәт, тырыш хеҙмәт менән яуланған наградаларығыҙҙы алырһығыҙ.
2020 йылда алдағы осорға ҡарағанда күберәк мөмкинлеккә эйә булырһығыҙ, был - йондоҙҙар һеҙҙең өсөн әҙерләгән бүләктең берәүһе генә!
Өҫтөгөҙгә артыҡ йөк алмағыҙ, барыһын да ҡайғыртыуҙан туҡтап, үҙегеҙ хаҡында ла хәстәрлек күрегеҙ. Яңылыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ, яңы кисерештәр йәшәү дәртегеҙҙе арттырыр.
Ҡуй
Ҡуйҙарҙы эшлекле йыл көтә: карьера өлкәһендә барыһы ла яҡшы булыр. Йыл башынан уҡ иңегеҙгә ашығыс эштәр өйөлөр, кемдер, бәлки, үҙе өсөн эшләп тороуығыҙҙы ла үтенер. Апрель, сентябрь айҙарында белемегеҙ, тәжрибәгеҙ ярҙамында өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тыуыр: оҫталыҡ дәресе үткәреүегеҙҙе, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашыуығыҙҙы йәки проект эшләргә ярҙам итеүегеҙҙе һорарҙар.
Шәхси тормошта әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Йортоғоҙҙан ҡунаҡ өҙөлмәҫ. Әммә саманы онотмағыҙ: күңелле тормошоғоҙ яҡындарығыҙҙың маҙаһына тейеүе бар.
Маймыл
Сысҡан һеҙгә бик күп тәьҫораттар алып килер.
2020 йыл шәхси тормошта ғына түгел, матди өлкәлә лә үҙгәрештәр көтөлә. Уңай тәҡдимдәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн оҙон-оҙаҡ уйламағыҙ. Яңы йорт, фатир, машина алыу өсөн иң уңышлы ваҡыт – яҙ башы. Аҡсаны күберәк түгергә тура килһә лә, һөҙөмтәһе иҫ киткес булыр.
Хеҙмәт өлкәһендә лә күңелгә ятышлы яңылыҡтар көтә: йә вазифағыҙҙа үрләтерҙәр, йә эш хаҡы артыр. Тик эшкә бирелеп, ваҡытында ял итергә онотмағыҙ. Яҡындарығыҙ ҙа һеҙҙең иғтибарға мохтаж.
Әтәс
2020 йылда көтөлмәгән ҡыуаныстар йыш булып торор. Эштәрегеҙгә ҡыйыу тотоноғоҙ - юлығыҙҙа йәшел ут яныр.
Күптәр эш урынын алмаштырыр, бығаса уйлап та ҡарамаған яңы өлкәне үҙләштерер. Яҡын кешегеҙ, туғанығыҙ күрһәткән матди ярҙам бик тә урынлы булыр – күптән хыялланған ниәтегеҙҙе (фатир йәки машина алыу, сит илгә ял итергә барыу һ.б.) тормошҡа ашырырһығыҙ.
Артыҡ амбицияларға бирелмәгеҙ – яҡындарығыҙ ҙа, хеҙмәттәштәрегеҙ ҙә быны хупламаҫ. Һәр эштә алтын урталыҡ хаҡында онотмау, ғаилә ағзаларын иғтибарҙан өҙмәү күп күңелһеҙлектәрҙе урап уҙырға ярҙам итер.

Эт

Эттәр өсөн йыл һәр яҡтан да имен килер тип көтөлә. Тормошоғоҙға ҡырҡа үҙгәрештәр индерергә ашыҡмағыҙ, булғаны менән ләззәтләнегеҙ. Был бигерәк тә ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағыла.

Эшегеҙҙә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ хөкөм һөрөр. Был хәл матди өлкәгә лә ҡағыла: күктән аҡса яуып тормаҫ, әммә ҙур, уйланылмаған нәмә һатып алмаған осраҡта, алған аҡсағыҙ бәрәкәтле булыр. Еңел аҡса артынан да ҡыумағыҙ, көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итеүегеҙ бар. Һаулығығыҙ ныҡ булыр, шулай ҙа саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ.

Ҡабан

Һауанан алтын тулы тоҡ килеп төшөр тип өмөтләнмәгеҙ – барлыҡ башланғыстарҙы үҙ ҡулығыҙға алығыҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға һис икеләнмәй, ҡыйыу рәүештә юл ярығыҙ. Тырышлығығыҙ, һис шикһеҙ, үҙен аҡлар.
Хеҙмәт урынында эшегеҙгә ҡағылышы булмаған ваҡ-төйәккә иғтибар итмәгеҙ, яңынан-яңы идеяларығыҙҙы тәҡдим итергә тартынмағыҙ – етәксегеҙ һеҙҙең башланғысты, тырышлыҡты күрмәй һәм баһаламай ҡалмаҫ. Етәрлек әүҙем булһағыҙ, йыл буйына матди ауырлыҡ тоймаҫһығыҙ. Ғаиләгеҙ һәр йәһәттән ҡыуандырып торор.
Читайте нас: