Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2019, 13:05

“Һағыштарым һыйған китапҡа...”

“Өҙөлөп һағындым ауылымды! Ауылыма ҡайтҡан һайын атайым нигеҙенән башланған Ишәй тауы башына менеп, ауылымдың кис-иртәһен күҙәтеп: “Һаумы, ауылым! Һаумы, тыуған яғым!” –тип өндәшмәһәм, тыуған яғыма ҡайтһам да, һағыныуым баҫылмай...” - тип яҙа Татарстандан Рәхимә апай Вәлиуллина. Эйе , яҙмышы еле Рәхимә апайҙы тыуған ауылы Бикбулаттан ғына түгел, Башҡортостандан да йыраҡ алып киткән. Шуға күрәлер ҙә, ул сит ерҙәрҙе төйәк итһә лә, ғүмеренең иң матур миҙгелдәре - бала сағы, йәшлеге үткән тыуған ауылын юҡһына, һағына... Нишләтәһең, ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шулай. Үҙен “тамыр йәйә алмай ситтә һулыған гөлгә” оҡшатһа ла, ысынбарлыҡта иһә Рәхимә апай хаҡында улай әйтеү бөтөнләй мөмкин түгел. Башҡорттарға ғына хас сәмлелек, ғәрселлек, намыҫлылыҡ кеүек сифаттары арҡаһында сит ерҙәргә юлыға ул. Олоғая килә кеше күберәк үткәндәргә мөрәжәғәт итә, ҡабат-ҡабат хәтирәләрҙе яңыртып, ғәмһеҙ бала сағына уйҙарында ғына булһа ла бик йыш әйләнеп ҡайта. Ошо һағыныу тойғолары Рәхимә апайҙы ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр итә.

“Өҙөлөп һағындым ауылымды! Ауылыма ҡайтҡан һайын атайым нигеҙенән башланған Ишәй тауы башына менеп, ауылымдың кис-иртәһен күҙәтеп: “Һаумы, ауылым! Һаумы, тыуған яғым!” –тип өндәшмәһәм, тыуған яғыма ҡайтһам да, һағыныуым баҫылмай...” - тип яҙа Татарстандан Рәхимә апай Вәлиуллина.
Эйе , яҙмышы еле Рәхимә апайҙы тыуған ауылы Бикбулаттан ғына түгел, Башҡортостандан да йыраҡ алып киткән. Шуға күрәлер ҙә, ул сит ерҙәрҙе төйәк итһә лә, ғүмеренең иң матур миҙгелдәре - бала сағы, йәшлеге үткән тыуған ауылын юҡһына, һағына. “Үкенес” тигән шиғырында Рәхимә апай тыуған ауылынан китеүҙе йәшлек хатаһы булыуын билдәләй:
“Ситкә нишләп сығып киттең тиеп,
Һорамағыҙ, зинһар, үтенәм!
Йәшлек хатаһынан,
Йөрәк һыҙлауынан
Әле булһа үҙем үкенәм...”
Нишләтәһең, ҡатын-ҡыҙҙың яҙмышы шулай. Үҙен “тамыр йәйә алмай ситтә һулыған гөлгә” оҡшатһа ла, ысынбарлыҡта иһә Рәхимә апай хаҡында улай әйтеү бөтөнләй мөмкин түгел. Башҡорттарға ғына хас сәмлелек, ғәрселлек, намыҫлылыҡ кеүек сифаттары арҡаһында сит ерҙәргә юлыға ул. Олоғая килә кеше күберәк үткәндәргә мөрәжәғәт итә, ҡабат-ҡабат хәтирәләрҙе яңыртып, ғәмһеҙ бала сағына уйҙарында ғына булһа ла бик йыш әйләнеп ҡайта. Ошо һағыныу тойғолары Рәхимә апайҙы ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр итә.
Һағыныу һағыштары тулы яҙмалары – үҙ бер оло хазина. Тыуған ауылының тәбиғәтен һутлы башҡорт теле менән һүрәтләү ысын мәғәнәһендә халҡын һөйгән, уның тарихына, үткәненә, киләсәгенә битараф булмаған кешеләргә генә биреләлер. Уның уй кисерештәре, һағыныу һағыштары тотош китап – “Көмөш һыулы Эйек буйында” йыйынтығы - булып тупланған.
“Һәр ауылдың үҙ тарихы, үҙ кешеләре һәм шул кешеләргә генә ҡәҙерле булған тәбиғәте була. Бикбулат ауылының гүзәл тәбиғәте, ауылымдың хөрмәтле кешеләре тураһында яҙыу теләге минең иң ҙур, эшкә ашыра алмаҫтай хыялым ине,” - ти Рәхимә апай ул хеҙмәте тураһында.
Әлеге көндә ул “Рәйсәнә” тигән повесын тамалаған, “Рәнйеш”, "Ҡарғыш" тигән хикәйәләрен дә әҙәбиәт һөйөүселәр яратып ҡабул итте.
Йырсы Радик Юлъяҡшиндың тормошо һәм ижадына бағышланған “Самый шулай” китабы ла йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Читайте нас: