Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2019, 14:25

Һаҡ булығыҙ

Яңыраҡ ҡына “спайс” тигәне менән көрәшеп, уныһынан ҡотолған һымаҡ булғайныҡ, хәҙер “снюс” тигәне килеп инде. Республика Башлығы Радий Хәбиров “снюс” мәсьәләһен күтәргәс, ҡала һәм райондарҙа сауҙа нөктәләре буйлап рейдтар ойошторолдо. Беҙҙә лә, хакимиәт тәҡдиме буйынса йәмәғәт ойошмалары - ҡоролтай, ҡатын-ҡыҙҙар советы - редакция менән берлектә рейдҡа сыҡты. Барлығы район үҙәгендәге 7 магазин тикшерелде.

Шуныһы ҡыуаныслы – бер ерҙә лә был ағыу менән һатыу итмәйҙәр. Тик бер урында ғына һатыусының ҡыҙарып-бүртенеп, комиссия рәйесе биргән һорауҙарға этә-төртә “һеҙҙең ни эшегеҙ”, “ҡырҡ тапҡыр ҡабатларға мин тутыйғоштор” тип һүҙ ташлауы шикләндергәйне. Баҡтиһәң, һатып алыусылар әйтеүенсә, Радий Фәрит улы шәхсән ошо мәсьәләне күтәргәнсе, унда ла һатыу иткән булғандар икән.
Нимәһе менән ҡурҡыныс һуң ул “снюс”? Ул - тәмәкенең сәйнәй торған бер төрө. Уны, ғәҙәттә, тәмәкенән ҡотола алмағандар ҡуллана.
“Снюс”ты балалар араһында таратыу осраҡтары ла йышайҙы. Күптән түгел Нефтекамала икенсе класс уҡыусыһына “ошо кәнфитте ашаһаң, 20 һум бирәм” снюс тәҡдим итәләр. Бала - бала инде, уны-быны уйламай ҡабып та ебәрә. Һөҙөмтәлә ул реанимацияға эләгә.
Унан башҡа ла бер осраҡ теркәлгән – бер ҡалала балалар баҡсаһына йөрөгән биш йәшлек бала ағыулана шул нәмә менән.
Өлкән класс уҡыусыларының бәләкәй балаларға таратып, уларға шуның нисек тәьҫир итеүен күҙәтеү күренеше тураһында ишетеп, иҫең китер. Әҙәм хәтлем әҙәм балаһында (әйтерһең дә, үҙҙәренең ҡусты-һеңлеләре, туғандары юҡ, әйтерһең дә, үҙҙәре кеше затынан түгел...) шундай “тәжрибә” үткәреүҙәрен замана афәте, ахырзаман менән генә сағыштырырға булалыр...
Әле республика сауҙа нөктәләренән был ағыуҙы һатыуҙан алыу эше йәнләндерелде, һатыу-ҡулланыуға бәйле ваҡиғаларҙы республика прокуратураһы тикшерә. Һөҙөмтәлә ағыу тәҡдим иткән биш сайт суд аша яптырылған.
Читайте нас: