Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2019, 12:10

Яңы йылға – милли ризыҡ

Яңы йыл етеп килгәндә хужабикәләр ят-ят аш-һыу рецептарын эҙләп, интернет селтәрен ҡыҙыра. Ҡунаҡтарын шаҡ ҡатырмаҡсымы, яҡындарын хайран итмәксеме – үҙе генә белә ул. Яңы йыл өҫтәле ни тиклем мул булһа, йыл да, имеш, шулай байлыҡ-хөрлөктә үтә тигән ышаныс (кем уйлап сығарғандыр) йәшәй халыҡта. Кәрәкме-кәрәкмәйме, ашаймы-ашамаймы, әммә мотлаҡ быйыл өҫтәлдә торорға тейеш тигән имеш-мимеш муллыҡ түгел, киреһенсә, исрафлыҡ, минеңсә. Әллә ниндәй ырым-шырымдарға ышанмай, үҙ мөмкинлектәребеҙҙән генә сығып та мул табын ҡорорға була. Шулай булмай ни: ҡош-ҡорт теүәлләнгән, һуғымдар ҡуйылған, көҙбайлыҡ – баҙ тулы. Тимәк, быйыл яңы йыл табынын милли ризыҡтарҙан ғына ҡорабыҙ.

Яңы йыл етеп килгәндә хужабикәләр ят-ят аш-һыу рецептарын эҙләп, интернет селтәрен ҡыҙыра. Ҡунаҡтарын шаҡ ҡатырмаҡсымы, яҡындарын хайран итмәксеме – үҙе генә белә ул. Яңы йыл өҫтәле ни тиклем мул булһа, йыл да, имеш, шулай байлыҡ-хөрлөктә үтә тигән ышаныс (кем уйлап сығарғандыр) йәшәй халыҡта. Кәрәкме-кәрәкмәйме, ашаймы-ашамаймы, әммә мотлаҡ быйыл өҫтәлдә торорға тейеш тигән имеш-мимеш муллыҡ түгел, киреһенсә, исрафлыҡ, минеңсә.
Әллә ниндәй ырым-шырымдарға ышанмай, үҙ мөмкинлектәребеҙҙән генә сығып та мул табын ҡорорға була. Шулай булмай ни: ҡош-ҡорт теүәлләнгән, һуғымдар һуйылған, көҙбайлыҡ – баҙ тулы.
Тимәк, быйыл яңы йыл табынын милли ризыҡтарҙан ғына ҡорабыҙ.
Тәүге аш-һыу – бишбармаҡ. Уны бешерә белмәгән башҡорттоң үҙе юҡтыр. Йылҡы итенән дә, һыйыр, һарыҡ йә ҡош-ҡорт итенән дә тәмле килеп сыға.
Ҡәҙимге туҡмас өсөн ҡамырҙы һәр кемебеҙ баҫа белә, бына шуны йәйеп, ҙур-ҙур шаҡмаҡтарға бүлеп ҡырҡып (ҡаҙаҡ һалмаһы ла тиҙәр уны) алһаҡ, бишбармаҡлыҡ һалма әҙер ҙә була. Бешеп сыҡҡан итте алып, һурпаһын һөҙөп, унда һалманы йөҙҙөрөп кенә бешереп алғас, туралған ит өҫтөнә һалып, балдаҡлап туралған һуған теҙеп, тоҙлоғон ҡойоп, табынға бирәләр. Ҡалған һурпаны ҡоротлап, борослап бишбармаҡ ашағас эсергә була.
Колбаса –фәлән алып та ҡаңғырмайыҡ – ҡаҙы, тултырма һәм башҡа деликестар булғанда улары кәрәк тә түгел.
Бишбармаҡ менән генә хушһынмаһағыҙ, былау, манты йә билмән бешешергә була. Уларҙы инде өйрәтеп тороу ҙа артыҡ.
Сәйгә инде емеш-еләк ҡайнатмалары, бал, ҡыҙыл эремсек ҡуйырбыҙ. Тәмле итеп бәлеш тә бешереп алайыҡ. Бәлеш өсөн эслеккә нимә алһаң да ярай - алма, ҡурай еләге, еләк, ҡарағат һәм башҡа емеш-еләк. Сейә менән дә бик тәмле килеп сыға, тик һөйәген алырға онотмағыҙ.
Эремсектән дә сәйгә тәмлекәс эшләп ултыртырға була.
Аҡ эремсеккә шәкәр ҡомо, ҡаймаҡ (магазиндыҡы булһа ла ярай) ҡушып, шыйыҡ ҡына масса килеп сыҡҡансы болғатабыҙ, тәм өсөн әҙерәк ванилин өҫтәйбеҙ, шул арала желатин әҙерләп (уның ҡабында нисек эшләргә икәнлеге яҙыла) эремсеккә ҡушып, төрлө һауыттарға емеш-еләк менән аралаштырып ҡойоп, һыуытҡысҡа ултыртабыҙ.
Балаларға ла, үҙебеҙгә лә - бынамын тигән тәмлекәс.
Шулай итеп, үҙебеҙҙең ризыҡтан да һый-ниғмәттән һығылып торған мул байрам өҫтәле ҡорорға була.
Читайте нас: