Буҙа –ҡымыҙ һымаҡ уҡ бик күп төрки халыҡтарҙың милли эсемлеге. Был шифалы эсемлекте башҡорттар ҙа, ҡырғыҙҙар ҙа, татарҙар ҙа,төрөктәр ҙә ярата.
Уны эшләү ысулдары бихисап, төрлө милләттә, төрлө ерлектә уны төрлөсә эшләйҙәр. Шулай ҙа иң киң таралған һәм иң боронғо ысулдарҙың береһе - башҡорт буҙаһы.
Ҡуҙланып ятҡан мейестә ҡыҙҙырылған һолонан асыҡ һауала усаҡта ҡайнатылған буҙа айырыуса тәмле килеп сыға. Әскелтем булып өлгөрөп еткән буҙаға төтөн еҫе һеңеп, үҙенсәлекле ыҫланған тәм килеп торорға тейеш, тиҙәр ололар. Һолоно тәүҙә таҙалап, йыуып, әсе тәме бөтһөн өсөн, эҫе мейе Ҡаҙанда малдың эс майын йә һары майҙы иретеп, тартылған һоло онон һалып, һыу ҡойоп, талғын ғына утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатаһың. Ярты килограмм һоло онона дүрт литр тирәһе һыу алына. Ҡуйыраҡ булһын тиһәң, бер стакан бойҙай оно йә талҡан ҡушаһың. Әҙер булған буҙа ҡайнатмаһын уңайлы һауытҡа ҡойоп, һыуына биргәс, тиҙ өлгөрһөн өсөн әсетке, 1-2 стакан тирәһе шәкәр ҡомо өҫтәйһең дә, ике-өс көнгә йылы урынға ултыртаһың. Әсеп сыҡҡас, иләк аша бер нисә тапҡыр һөҙәһең, ҡуйыраҡ булһа, ҡайнап һыуынған һыу өҫтәргә була. Оҡшатҡандар иретелгән һары май йә йәш ҡаймаҡ та ҡушалар. стә ҡыҙҙырып алаһың.
Буҙаны әҙер “Геркулес” ярмаһынан да эшләргә була, төҫкә аҡһылыраҡ булһа ла, ә тәмендә әллә ни айырмаҡ юҡ. Уны былай эшләйҙәр: бер ҡап “Геркулес”ҡа өс литр самаһы һыуыҡ һыу ҡойоп, ебегәнсе ултыртып тораһың.
Шунан ҡырҡ минут тирәһе талғын утта бешереп, иләк менән һөҙәһең дә берәр ҡалаҡтай май һалып ебәрәһең. Һыуынғас, шәкәр, әҙер буҙа әсеткеһе йә әсе ҡымыҙ ҡойоп, әсетергә йылы ергә ултыртаһың. Икенсе көнөнә әҙер ҙә була.
Буҙа туҡлыҡлы ғына түгел, һаулыҡ өсөн файҙалы ла. Уны бөйөр, ашҡаҙан, бауыр, үт ҡыуығы эшмәкәрлеге боҙолғанда, нерв системаһы, иммунитет ҡаҡшағанда, организмды шлактан таҙартыу, һаулыҡты нығытыу , көс туплау өсөн эсәләр. Борон был милли эсемлекте ҡәҙерле ҡунаҡтарға ғына әҙерләгәндәр.
Буҙа эшләү Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр яҡтарында айырыуса киң таралған, Күгәрсен районында ла буҙа ҡойоусылар бар.