Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2019, 09:25

Түләү шарттары үҙгәрҙе

“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында”ғы БР Законына үҙгәрештәр индерелде.

“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләрҙе дәүләт яҡлауы тураһында”ғы БР Законына үҙгәрештәр индерелде. 600 мең һум күләмендәге берҙәм аҡсалата түләү төбәк территорияһында даими йәшәгән (өс йылдан кәм булырға тейеш түгел), 23 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы ғаиләләргә бирелә.

Закон 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә. Быға тиклем дәүләт яҡлауы 18 йәшкә тиклем һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә күрһәтелә ине. Опекаға алынған балалары булған ғаиләләр ҙә был дәүләт яҡлауына хоҡуҡлы, әммә опекаға алынған баланың ғаиләлә йәшәүенә 3 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: