Күгәрсен урмансылығы район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймаҫ өсөн “Шыршы-2019” операцияһын үткәрә. Участка урмансылыҡтарында оператив төркөмдәр төҙөлөп, тәүлек әйләнәһенә дежур итеү башланды.
- Урманға барып, рөхсәтһеҙ йәш шыршы-ҡарағайҙарҙы киҫеүселәр административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Штрафтар ҙур: граждандарға ҡарата 3-4 мең, вазифалы кешеләргә 20-40 мең, юридик шәхестәргә 200-300 мең һум күләмендә һалына. Өҫтәп тәбиғәткә килтерелгән зыян өсөн дә түләргә тура киләсәк. Шуны ла белергә кәрәк: килтерелгән зыян 5 мең һумдан ашып китһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡанда техника һәм башҡа ҡорамалдар файҙаланылһа, улар тартып алына, административ штраф күләме бермә-бер арта.
Ойошмалар, предприятиелар, учреждениеларға шыршылырҙы ташыуға рөхсәт биреүсе документ булып, урман хужалығы биргән квитанция тора, ул 3 көн буйы ғәмәлдә, - ти “Урмансылыҡтарға идара итеү” учреждениеһының Күгәрсен урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Иван ГАВРИЛОВ.