Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2019, 09:15

Самогон менән һатыу иткән өсөн 50 мең һум күләмендә штраф алды

Самогон менән һатыу иткән өсөн 50 мең һум күләмендә штраф алды

Район прокуратураһы хәбәр итеүенсә, районда йәшәүсе граждан Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 171.4-се статьяһы буйынса хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнгән.
Ғинуар айында ир кешегә алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны законһыҙ һатҡаны өсөн 15 мең һум күләмендә штраф бирелә. Әммә ул үҙенең “ҡырын эшен” дауам итә һәм ярты йылдан полиция хеҙмәткәрҙәре уны өйөнән сираттағы шешәне 100 һумға һатҡан мәлендә тота.
Эксперттар тикшереүе буйынса спирт продукцияһы этил спирты нигеҙендә эшләгән һәм билдәле талаптарға яуап бирмәй. Ғәйепләнеүсе үҙ язаһын таныған, унан самогон аппараты һәм алкоголь тартып алынған. Күгәрсен район суды дәүләт ғәйепләүсеһе позицияһын иҫәпкә алып, “самогонсы”ға 50 мең һум күләмендә штраф билдәләгән.
Читайте нас: