Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2019, 11:10

Балта оҫтаһы Миңлебай

- Атайым ағас эшенә оҫта булды. Ауылда Әхмәт тигән бабай ҙа ағас эшенә бик маһир ине. Атайым да карауат, өҫтәл, ултырғыс кеүек өйгә кәрәк-яраҡ йыһаздар эшләй торғайны. Ул эшләгән шкаф һаман да, ана, өйҙә тора. Мин әле бик иркенләп эшләгән дә юҡ, бушаған арала ғына тотонам. Заказдар күп, ауылдан шуны-шуны эшләп бирсәле тип һорап ҡына торалар. Ҡазандан да, Стәрленән дә килеп алғандар бар, - ти балта оҫтаһы.

Күгәрсен ауылында йәшәгән Миңлебай Тажислам улы Джангучуков ағас эшенә бала саҡтан мөкиббән. Беҙ барғанда ла ул үҙе ҡулайлаштырып алған оҫтаханаһында нимәлер һыҙа, үлсәй, быса ине. Әҙер өҫтәл-ултырғыстары ла һатып алыусыларҙы көтөп, һикелә теҙелешеп тора.
- Атайым ағас эшенә оҫта ине. Ауылда Әхмәт тигән бабай ҙа ағас эшенә бик маһир ине. Атайым да карауат, өҫтәл, ултырғыс кеүек өйгә кәрәк-яраҡ йыһаздар эшләй торғайны. Ул эшләгән шкаф әле булһа, ана, өйҙә тора.
Минең әле бик иркенләп эшләгән дә юҡ, пилорамда эшләйем, бушаған арала ғына тотонам. Заказдар күп, ауылдан шуны-шуны эшләп бирсәле тип һорап ҡына торалар. Ҡазандан да, Стәрленән дә килеп алғандар бар, - ти балта оҫтаһы.
- Ә ниндәй ағас ҡулланаһығыҙ?
- Йүкә йомшаҡ була, биҙәк һалып эшләүгә ҡулай. Ҡарағай ҙа һәйбәт, күберәк шул ағастан эшләйем инде.
Бер ултырғанда бер пар ултырғыс эшләйем. Һыҙып, үлсәп, биҙәк урынын билдәләп алғас, елемгә ултыртам, шунан ныҡ булһын өсөн шөрөп менән бороп та ҡуям. Ағас эше шәп нәмә ул. Оҫтаханаға инеп киттеңме – донъяң онотола. Ҡарағай еҫе генә аңҡып тора бит. Баш ауыртып торғанда, кәйеф юғыраҡ саҡта тотонһаң, сир-сырхауың да һыпырып алғандай юҡҡа сыға.
Биҙәк һала башлаһаң инде, бигерәк тә ҡомарланып, тиҙерәк тамамлағы килеп тора. Ҡатындың сәй эсергә ин тип ҡысҡырғанын да ишетмәй, онотолоп китәм.
- Үҙегеҙ оҫта булғас, өйгә мебель-йыһаз да һатып алырға кәрәкмәй инде, үҙегеҙ эшләйһегеҙ ҙә ҡуяһығыҙ, - тием әңгәмәсемә.
- Уныһы шулай инде. Кәрәк-ярағын етештереп торорға тырышһам да, ҡатын “анауындай өҫтәлде миңә һаман эшләп бирмәйһең” тип шелтәләгән була (көлә).
- Был эш һеҙгә килем өсөнмө, күңел өсөнмө?
- Байыр өсөн түгел инде, әллә ни килем алырға ынтылмайым. Күберәк күңел өсөн, үҙем өсөн инде,-ти Миңлебай ағай яратҡан шөғөлө тураһында тәфсирләп.
Читайте нас: