Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2019, 16:50

2020 йылда нисек ял итәбеҙ?

РФ Хеҙмәт министрлығы 2020 йылда ҡыҫҡаҡ эш аҙналары тураһында хәбәр итте.

РФ Хеҙмәт министрлығы 2020 йылда ҡыҫҡаҡ эш аҙналары тураһында хәбәр итте.
Шулай итеп, йылдың беренсе эш аҙнаһы ике көндән торасаҡ – 9,10 ғинуар көндәре эшләйәсәкбеҙ.
Февралдә - Ватанды һаҡлаусылар һәм мартта Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы айҡанлы беҙҙе дүртәр көндән торған эш аҙналары көтә, йәғни 25-28 февраль һәм 10-13 март.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы айҡанлы 27-30 апрелдә эшләйәсәкбеҙ.
Май айында Еңеү байрамы айҡанлы ике ҡыҫҡаҡ аҙна көтөлә. 6-8 май һәм 12-15 май - эш көндәре тип һаналасаҡ.
Рәсәй көнөн билдәләгәндә, 8-11 июндә генә эшләйәсәкбеҙ.
Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө эш аҙнаһын ике өлөшкә бүлә – 2-3 ноябрҙә һәм 5-6 ноябрҙә эшкә барасаҡбыҙ.
Рәсәй кимәлендә билдәләнгән байрамдарҙан тыш, республикала 24 май көнө – Ураҙа байрамы, 31 июль – Ҡорбан байрамы, 11 октябрь – Республика көнө билдәләнәсәк.
Фото: srgazeta.ru
Читайте нас: