Йәшлек дуҫым Эльзаның ире үлеп китте: йәйәүләп бесән сабырға киткән һәм йөрәгенә инфаркт булған. Бигерәк үкенесле үлем: пенсияға сығырға һанаулы ғына көндәр ҡалғайны.
- Гөлдәр , әхирәт. Миңә бик ауыр. Ваҡыт табып килә алмаҫһың микән? – тип үтенде ҡалтыранған тауышлы Эльза телефон аша.
- Килермен, мотлаҡ килермен! Оҙаҡламай миңә отпуск бирергә тейештәр. Көт, сабыр бул, бирешмә, тип йыуата-йыуата трубканы һалдым.
Эльза килеүемә бик тә һөйөндө, ихлас ҡаршы алды, өҫтәлгә һый-ниғмәттәрен теҙҙе, мин дә күстәнәстәремде ултырттым – матур ғына табын килеп сыҡты.
Ваҡыт үтһә лә ауыр ҡайғыһынан айнып бөтмәгән ине ул, ирен һөйләне лә, ирен һөйләне, Талипты тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алдыҡ.
Тик йөрәк түҙәме ни: Эльза бер мәл
Тыныс ҡына һөйләшеп ултырған ерҙән ҡысҡырып илап ебәрҙе:
- Бахырҡайымдың үлеме бигерәк үкенесле булды, әйтер һүҙе лә булғандыр, әйтә алманы. Улым менән кейәүем иртәгәһенә килергә тейеш ине. Өйҙә ҡатын-ҡыҙ эше бөтәме ни? Һуңғараҡ барырмын, төшкө аш та алып килермен, тип ҡалдым. Һуңланым шул...
Мин үҙемсә тынысландырырға тырышам:
- Үлем үкенесһеҙ булмай, маңлайыңа ни яҙылһа, шуны күрәһең. Тыныслан! Улай илама, ярамай. Йөрәгең яралы, шулай ҙа күҙ йәшеңде кешегә күрһәтмә, “Тол ҡатындар иламай” тигән әйтем дә бар бит. Тормош дауам итә. Ирең үлгәс тә донъя бөтмәгән, һин балаларың, ейәндәрең, әсәйең хаҡына йәшәргә тейеш! Был донъяла тол ҡатындар түккән йәште йыйһаң, ҙур күл булыр. Был донъяла кем рәхәт кенә йәшәй? Бына мин 40 йәшемдә үк ирһеҙ ҡалдым. Ирем бейемдең берҙән-бер улы ине – ике яңғыҙ бер ярҙамсыһыҙ, ә шулай ҙа бирешмәнек. Ә һинең иреңдең туғандарың күп, кәрәкһә ярҙам итерҙәр.
- Балалар ҙа, туғандар ҙа ауылда тормай бит, һәр береһенең үҙ мәшәҡәте. Беҙҙә ирҙәр күп үлә, ана – урамда бер ир, ул да булһа инвалид. Яңғыҙ нисек йәшәргә, донъя көтөргә, аптырайым. Ир булғанда бер проблемаһыҙ йәшәгәнмен. Хәҙер тауыҡ салдырыу ҙа бер бәлә.
Шулай яңыраҡ өйрәк салдырам тип аҫҡы урамға сығып киттем. Бер ир-ат юҡ, йыйын бисә-сәсә, бала-саға. Был урамда эскесе булһа ла бер ир йәшәй, киттем шуға, өйҙә икән, алпан-толпан йөрөп ята.
- Раян, ошо өйрәкте генә салып бир әле, зинһар, -тинем.
- Баш сатнап ауырта бит әле, еңгә, берәй “дарыу” алып килмәнеңме? – ти.
- Уны бөтөнләй уйламағанмын да! – тим.
- Ярай, беренсегә бушҡа салам, башҡа ваҡыт сәкүшкә алып кил, хаҡы шулай, беҙ проблем йомошоңдо үтәрмен.
Ул өйрәкте минән алды ла эшен башланы. Өйрәгем быжҡ-быжҡ килгәнгә әйләнеп ҡараһам, муйынын бысаҡтың арт яғы менән ышҡый. Икенсе яғына әйләндертеп, көскә салдырттым.
Икенсе юлы былай булды: өйҙән сығыуым булды, күрше ауыл Бәхтиәр килә матайында, өйрәкте күрһәтеп туҡтаттым. Бысаҡ бирәм – алмай, арбала балта бар, ти.
- Мосолманса булмаһа ни, үҙемдекеләрҙе лә шулай итәм, - ти.
Өйрәгем тағы быжҡ-быжҡ килә, башын өҙә сабам тип, яҙа сапҡан, томшоғона эләккән, үҙе аҡланып маташа:
-Кеше өйрәген салыу ҡыйын икән, тыпырсына, тик ятмай, ғәфү ит, дефект өсөн, - тигән була.
Ирһеҙ ҡалғас аңланым яңғыҙлыҡтың бәләһен. Һинең хәлеңә инә белмәгәнмен. Хәйер, һин тормош ауырлығына бер ҙә зарланманың шул, түҙгәнһеңдер.
- Яңғыҙы утрауҙа ҡалғандар ҙа тормошҡа яраҡлаша. Беҙ бит утрауҙа түгел, рәхәтлекте лә, ауырлыҡты ла күтәрә белергә өйрәнергә кәрәк. Тормош мине күп нәмәгә өйрәтте. Ирем иҫән саҡта ике һыйыр тоттоҡ, аҙаҡ бер һыйырға ҡалдырҙыҡ. Ул замандарҙа колхоз бай ине, бесәнен сабып бирҙе. Быҙауын һарайҙа бәйләп аҫырабыҙ, йәше тулыр-тулмаҫ һуғымға һуябыҙ. Сығарһаң , юғала, йәш үләнде йә салғы менән сабып, йә ураҡ менән урып, ташып ашатабыҙ. Һуғым һуйырға өмә әйтәбеҙ, күмәк эш бәрәкәтле. Итен бүлгәндә лә ир кәрәкмәй: туң итте бысҡы менән генә бысабыҙ. Хәҙер һыйыр юҡ, ҡош-ҡорт ҡына аҫырайбыҙ. Улай берәм-һәрәм салдырма, өмә әйт. Өйҙә газ, мунсаға яғырлыҡ утынды үҙем бысам, үҙем ярам.
Яңғыҙ бала үҫтереүе лә ауыр. Һинең балаларың ҙур, башлы-күҙле. Атаһы үлгәндә ҡыҙым икенсе класта ғына уҡый ине. Бер шулай мәктәптән ҡайтҡан да:
- Әсәй, һине төштән һуң эш кейемендә килергә ҡуштылар, - ти.
Барһам, ир-ат ҡына, мәктәптең тирә-яғын рәтләйҙәр икән, ҡайтығыҙ, ҡатын-ҡыҙға эш юҡ тиҙәр.
- Юҡ, ҡайтмайым! Миңә ир-ат эше оҡшай, ҡыҙымдың атаһы өсөн эшләйем, - тим, һыр бирмәй эшләнем.
Ҡайтҡас ҡыҙыма һөйләһәм, һис тә аптырамай, һин миңә әсәй ҙә, атай урынына ла, ти.
Кәңәшем шул, Эльза: ҡайғыны эш баҫа, яратҡан шөғөлдәрең бар ине, бәйлә лә бәйлә, сик тә сик – бер кәрәге тейер әле. Белмәгәндәреңде тормош үҙе өйрәтер.
Әхирәттәр иртәгә Талиптың ҡәберенә барып, сәскәләр ултыртырға, рәшәткәһен буярға план ҡороп, йоҡо бүлмәһенә ашыҡты.