Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2019, 19:25

Әсе тир менән тәмле аш табыла

Күгәрсен районының Сәлих ауылында ғүмер иткән Клара менән Мансур Байғазаковтар алма беш, ауыҙыма төш тип ятыусыларҙан түгел, бар ихласлыҡтарын, тырышлыҡтарын һалып, матур донъя көтәләр.

Иләмәй күн булмаҫ, тиреһеҙ тун булмаҫ, тигәндәй, ауыл ерендә етеш, кешенән кәм – хур булмай йәшәйем тиһәң, билеңде биштән быуып донъя көтөргә кәрәк. Етмәһә заманалар үҙгәреп китте: ауылдарҙа эш урындары юҡ, булған осраҡта ла эш хаҡы артыҡ ҡыуандырмай. Әммә тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, ти халыҡ, күптәр ҡаушап ҡалманы –кемдер шәхси хужалыҡта күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, кемдер шәхси техникаһы ярҙамында иш янына ҡуш булырлыҡ аҡса эшләй.
Сәлих ауылында ғүмер иткән Клара менән Мансур Байғазаковтар ҙа алма беш, ауыҙыма төш тип ятыусыларҙан түгел, бар ихласлыҡтарын, тырышлыҡтарын һалып, матур донъя көтәләр.
- Ауылда йәшәү – үҙе бәхет. Ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына ергә ерегеп йәшәмәгән бит: бында һулар һауа ла зәңгәрерәк, ашаған ризыҡ та тәмлерәк. Дәүләт ҡасан да булһа ер кешеһенә йөҙ менән боролор, донъялар ҙа элеккесә яйға һалыныр, тип ышанабыҙ, - ти күркәм пар.
Был күркәм пар хаҡында тулыраҡ мәҡәләне “Мораҙым” гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.
Читайте нас: