Мораҙым
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Декабрь 2019, 19:05

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр...

Интернет селтәрен иңләп-буйлағандар, бигерәк тә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөн үҙ иткәндәр Айгөл Миңлебаева менән ситтән тороп булһа ла таныш. Берсә күрше ауылға йүгереп барып атаһына ярҙамлашҡан, берсә балаларын тәмле аш-һыуҙар әҙерләп көткән, уның араһында төрлө-төрлө бәлештәр бешереп таныш-тоноштарын ҡыуандырған, кәртәләге мал-тыуарын ҡарап, баҡсаһын утап, сәхифәһендә төрлө рецепттар менән уртаҡлашып өлгөргән был апайҙың уңғанлығына, етеҙлегенә һоҡланмағандар һирәктер. Тырышып-тырмашып донъя көткән, юҡты бар, берҙе биш иткән Айгөл апайыбыҙ – Күгәрсен районының Төпсән ауылы ҡыҙы.

Интернет селтәрен иңләп-буйлағандар, бигерәк тә “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөн үҙ иткәндәр Айгөл Миңлебаева менән ситтән тороп булһа ла таныш. Берсә күрше ауылға йүгереп барып атаһына ярҙамлашҡан, берсә балаларын тәмле аш-һыуҙар әҙерләп көткән, уның араһында төрлө-төрлө бәлештәр бешереп таныш-тоноштарын ҡыуандырған, кәртәләге мал-тыуарын ҡарап, баҡсаһын утап, сәхифәһендә төрлө рецепттар менән уртаҡлашып өлгөргән был апайҙың уңғанлығына, етеҙлегенә һоҡланмағандар һирәктер.
Тырышып-тырмашып донъя көткән, юҡты бар, берҙе биш иткән Айгөл апайыбыҙ – Күгәрсен районының Төпсән ауылы ҡыҙы. Ғәҙәттә ғаиләләге тәүге сабый ваҡытынан алдараҡ “ҙурая”, ҡул араһына иртәрәк инеп, ата-әсәһенә ярҙамлашып үҫә. 1970 йылда Хәтимә һәм Ғайфулла Иҙрисовтарҙың тәүге мөхәббәт емеше булып донъяға килгән Айгөл дә ике һылыуын, өс ҡустыһын ҡарашып, уларға бар яҡтан да өлгө булып үҫә. Биш йәшенән әсәһенә сөгөлдөр уташҡан, йәнә бер-ике йылдан өй эштәрен ҡырып-һепереп эшләгән, өсөнсө кластан өйҙә әсәһенә, етенсе кластан фермала Ғәлиә инәһенә һыйыр һауышҡан ҡыҙ балаға һоҡланып та, беләгенә көс төшөп ҡуймаһын тип йәлләп тә бағалар. Әммә булыр бала – биләүҙән, тиҙәр, Айгөл эшһеҙ ултырыуҙы күҙ алдына ла килтермәй, ял иткәндә лә ҡулында йә бәйләм, йә китап була.
Юлдыбай мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, әҙәбиәткә булған һөйөү уны Салауат педагогия колледжына алып килә. Унан бына тигән уҡытыусы сығыр ине лә бит, әммә баҫалҡылығы ҡамасаулай: икенсе курста математиканың ауырлығынан ҡурҡып, тота ла икенсе уҡыу йортона күсә. Төҙөүсе һөнәрен алып сыға ул. Өс ай эшләгәндән һуң, Юлдыбай ауылы егетенә кейәүгә сыға. Торлаҡ бирәбеҙ, икегеҙгә лә эш бар, тип торһалар ҙа, йәш кейәүҙең ҡалаға барғыһы килмәй. Шулай итеп, йәштәр Юлдыбайға ҡайтып төпләнә. Береһенән-береһе һөйкөмлө, аҡыллы биш балаға ғүмер бирә Миңлебаевтар: ҙур ҡыҙҙары Юлиә Салауат педагогия колледжын, аҙаҡ БДУ- ның психология факультетын тамамлаған, үҙҙәренең ауылы егете Раян Хөснуллин менән матур ғаилә ҡороп, баш ҡалала йәшәй; икенсе ҡыҙҙары Фаягөл медицина колледжын тамамлап, башта республика клиник дауаханаһында, аҙаҡ “Мать и Дитя” клиникаһында акушерка булып эшләй, Өфө егете менән сәстәрен-сәскә бәйләгән, әлеге көндә декрет ялында;

Нәркәстәре тормош иптәше Дмитрий менән Сочи эргәһендәге Красная Поляна ҡасабаһында йәшәй, ул - өлкән шәфҡәт туташы; улдары Фәдис Салауат ҡалаһында эшләп йөрөй, бәләкәстәре Динә Мораҡ башҡорт гимназияһының 6-сы класында белем ала.
Кәрәк тирәкте йыҡтыра, тиҙәр ололар. Ауылда эш булмағас, бынан ике-өс йыл элек Айгөл апай Өфө ҡалаһына юллана. Бишенсе балаһы бәләкәй саҡта Мораҡ һөнәрселек лицейына йөрөп уҡып алған белеме – ашнаҡсы дипломының бына ҡайҙа кәрәге тейә! Ҡыш көндәре баш ҡалала эшләһә, яҙ етеү менән өйөнә ҡайтып, баҡса тултырып йәшелсә-емеш сәсә, инкубаторҙа себештәр сығарып һата. Көҙөн иһә үҫтергән ҡош-ҡортон һуйып, йәшелсә-емешен урынлаштырып, өйҙәге эштәрен урын-еренә еткергәс, йәнә эш эҙләп китә.
- Кеше үҙе йәшәгән ерҙән 500 км алыҫлыҡтан ары китергә тейеш түгел, тигәйне бер кеше. Әйтәйек, Юлдыбай ҡайынын төбө-тамыры менән Себер яҡтарына алып барып ултырттың, ти.Берҙән ул климатҡа әллә яраҡлаша, әллә юҡ, тамырҙары һулырға ла мөмкин бит.

Кеше лә шулай. Тыуған еренән алыҫ китһә, ауырыуға һабыша, борсола... Шуға әллә ни алыҫ китеп тормайым инде, - ти уңған райондашыбыҙ.
Халҡыбыҙҙың “Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” тигән һүҙҙәре тап Айгөл апайға төбәп әйтелгәндәй – заман ауырлыҡтарына бирешмәй, тормошта үҙ юлы менән барған көслө рухлы ҡатын ул!
Читайте нас: