Башҡорт теле көнөндә Өфөлә район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы комитеты ағзалары, сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре “Стратегик сессия”ға йыйылды. Беҙҙең райондан унда ҡоролтай рәйесе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова ҡатнашты.
- Бик бай мәғлүмәтле, йөкмәткеле саралар ойошторолоуы менән әһәмиәтле булды Башҡорт теле көнө. "Түңәрәк өҫтәл" форматында үткәс, аралашыуға ла еңел булды. Ун ҡорҙа ун мәсьәлә күтәрелде, тетлебеҙгә ҡағылышлы төрлө һорауҙар ҡаралды, йәнле фекер алышыу булды. Төп мәсьәләләр - башҡорт халҡын нисек берләштерергә, демографик хәлде нисек яҡшыртырға, башҡорт телен нисек модалы итергә тигәнерәк мөһим йүнәлештәргә ҡайтып ҡалды.
Бөтәһе 300-гә яҡын фекер, тәҡдим яңғыраны. Социаль проекттар, гранттар менән дә таныштырҙылар, дөрөҫ итеп заявка төҙөргә өйрәттеләр.
Күңел асыу программаһы ла бай ғына булды. “Теге өсәү” “Йөрәк һүҙе” форматында кисә ойошторҙо. Бынан тыш, ҙур сауҙа үҙәктәрендә лә балалар өсөн дә, ололар өсөн дә башҡорт теле байрамы үтте, баш ҡала гөрләп торҙо.
Төп сара - республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу булды. Ул урындағы ҡоролтай эшмәкәрлеген йәнләндереп, халыҡ, хакимиәт менән бергә тығыҙ эшләргә өндәне. Туған телде республикала ғына түгел, Башҡортостандан ситтә лә үҫтерергә кәрәклеген билдәләне, - ти Гөлфиә Хәсән ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Әйткәндәй, Башҡорт теле көнө хәҙер Указға ярашлы, йыл да рәсми рәүештә билдәләнәсәк һәм телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә арналған саралар тотош республикала ойоштороласаҡ.
Ҡоролтай ағзалары шулай уҡ 2020 йылды республикала Башҡорт теле йылы итеп иғлан итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны, Радий Фәрит улы ла был тәҡдимде хупланы.