Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2019, 17:35

Яңы йылдан һуң Өфөнән Волгоградҡа тура рейстар асыла

2020 йылда Өфөнән Волгоградҡа тура авиарейстар асыла. Герой-ҡаланан Башҡортостандың баш ҡалаһына беренсе самолет 13 ғинуарҙа юллана.

2020 йылда Өфөнән Волгоградҡа тура авиарейстар асыла. Герой-ҡаланан Башҡортостандың баш ҡалаһына беренсе самолет 13 ғинуарҙа юллана. Уны Utair авиакомпанияһы дүшәмбе, шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә башҡара. Юлға 2 сәғәт 35 минут ваҡыт китә, ТИП ЯҘА БАШИНФОРМ.

Бер яҡҡа билеттың минималь хаҡы – 3 308 һум. Ошо суммаға пассажир үҙе менән 5 килограмлыҡ ҡул йөгөн алырға мөмкин. 20 килограмлыҡ багаж өсөн тағы 2 499 һум түләргә кәрәк.
Ташыусы киләһе йылда йәнә бер рейс асылыуы тураһында белдерҙе. Мартта Өфөнән Пермгә осорға мөмкин. Юлға 50 минут ваҡыт кәрәк.
Читайте нас в