Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2019, 17:50

Республикала өсөнсө балаға атай капиталын бирергә тәҡдим иттеләр

Башҡортостанда өсөнсө балаға атай капиталын бирергә тәҡдим иттеләр. Был тәҡдим һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған тармаҡ дискуссияһы барышында яңғыраны. Өфө мэры урынбаҫары һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала бүлексәһе секретары Алина Сөләймәнова был тәҡдимде яҡлау һәм уны закон сығарыу башланғысы итеп ғәмәлгә ашырыу менән уның партия буйынса коллегалары шөғөлләнәсәген билдәләне. Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева республика башлығының «сентябрь» указында 2024 йылда Башҡортостан халҡының һанын 4 100 000 кешегә тиклем еткереү бурысы ҡуйылғанын хәтергә төшөрҙө.

Башҡортостанда өсөнсө балаға атай капиталын бирергә тәҡдим иттеләр. Был тәҡдим һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған тармаҡ дискуссияһы барышында яңғыраны. Өфө мэры урынбаҫары һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең ҡала бүлексәһе секретары Алина Сөләймәнова был тәҡдимде яҡлау һәм уны закон сығарыу башланғысы итеп ғәмәлгә ашырыу менән уның партия буйынса коллегалары шөғөлләнәсәген билдәләне. Дәүләт Йыйылышы депутаты Римма Үтәшева республика башлығының «сентябрь» указында 2024 йылда Башҡортостан халҡының һанын 4 100 000 кешегә тиклем еткереү бурысы ҡуйылғанын хәтергә төшөрҙө, ТИП ХӘБӘР ИТӘ БАШИНФОРМ.

Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һүҙҙәренсә, әлеге көндә Башҡортостанда ваҡытынан алда бала табыуҙар һаны арта. Парҙарҙың 15 процентҡа яҡыны – түлһеҙ. Был осраҡта заманса технологиялар, тап ЭКО ярҙамға килә. Республикала ошо процедураны дүрт медицина учреждениеһында эшләйҙәр.
Республика табип-генетика үҙәге директоры Илдар Миңлеәхмәтов мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса ЭКО-ға квотаның йылдан-йыл артыуын билдәләне: әгәр 2013 йылда 300 самаһы квота булһа, бөгөн – ике меңдән ашыу. Ләкин, тәжрибә күрһәтеүенсә, был да «ҡотҡармай»: сират ҙур, парҙарға һигеҙ ай самаһы көтөргә тура килә. Фекер алышыу ваҡытында бөгөнгә республикала 50-гә яҡын төрлө социаль ярҙам сараһы булыуын билдәләнде. Римма Үтәшева ЗАГС-та йәштәргә ошо проекттарҙың исемлеге һәм субсидиялар алыу тәртибе яҙылған буклеттар таратырға тәҡдим итте. Студент ғаиләләре лә ярҙамға мохтаж. Уларға бик аҙ – 250 һум ғына аҡса түләнә.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙинуров мәсьәләне университеттарҙа юғары стипендиялар түләү иҫәбенә хәл итергә мөмкин тип иҫәпләй.
Дискуссияла ҡатнашыусылар балаларҙың һанына ҡарамайынса пенсия түләүҙәрен арттырыу, күп балалылар өсөн лайыҡлы ғаилә автомобиле тапшырыу, әсәлек капиталын ҡулланыу даирәһен киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрен әйтте.
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: