Артур Ғарраповҡа 32 йәш булған, ул Асҡар ауылы үҙәк район дауаханаһында эшләгән. БДМУ-ны тамамлағас та ошонда ҡайтҡан. Был уның тыуған ауылы, ата-әсәһе шунда йәшәгән, улар ҙа табип, тип хәбәр итә "Комсомольская правда" гәзите.
11 декабрҙә Артур үҙ-үҙенә ҡул һалған, туғандары нимә булғанын аңлай алмай. Артурҙың ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы ҡалған. Ир үҙенең ғаиләһен ныҡ яратҡан, ҡатынының сәхифәһендә үҙенең һөйөүен белдергән.
Тәфтиш комитеты тикшереү эшен башлаған. Бөгөн, 13 декабрҙә, Артурҙы ер ҡуйынына тапшырҙылар.