Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 11:55

Затлы нәҫел – аҫыл шәхестәр

Алма –ағасынан алыҫ төшмәй, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, атайҙан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Борон-борондан кешене ғаиләһенә, затына ҡарап һынағандар, баһа биргәндәр. Халҡыбыҙҙа туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә элек-электән ҙур иғтибар бирелә. Кешене кеше итеүҙә ағай-апай, атай-әсәй, олатай-өләсәй тәрбиәһе ҙур роль уйнай.Туған менән туған араһындағы татыулыҡҡа нигеҙ нәҡ ғаиләлә һалына ла инде. Ояһында ни күрһә... Венера Әхмәт ҡыҙы Батталова тураһында мәҡәлә яҙырға ниәтләгәс, иң беренсе уларҙың ғаиләһендәге туғанлыҡ бәйләнештәренә иғтибар иттем. Иң олоһо булараҡ, һеңле –ҡустыларын һаман ҡурсалап, улар өсөн борсолоп, ярҙам итеп, терәк-таяныс булып йәшәүенә һоҡланмай мөмкин түгел.(дауамы - сайтта)

Алма –ағасынан алыҫ төшмәй, ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, атайҙан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән. Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә. Борон-борондан кешене ғаиләһенә, затына ҡарап һынағандар, баһа биргәндәр.
Халҡыбыҙҙа туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә элек-электән ҙур иғтибар бирелә. Кешене кеше итеүҙә ағай-апай, атай-әсәй, олатай-өләсәй тәрбиәһе ҙур роль уйнай.
Туған менән туған араһындағы татыулыҡҡа нигеҙ нәҡ ғаиләлә һалына ла инде.
Ояһында ни күрһә...
Һикһән йәшен тултырған Венера Әхмәт ҡыҙы Батталова тураһында мәҡәлә яҙырға ниәтләгәс, иң беренсе уларҙың ғаиләһендәге туғанлыҡ бәйләнештәренә иғтибар иттем. Иң олоһо булараҡ, һеңле –ҡустыларын һаман ҡурсалап, улар өсөн борсолоп, ярҙам итеп, терәк-таяныс булып йәшәүенә һоҡланмай мөмкин түгел.
Венера инәйҙең атаһы 1938 йылда уҡ әрмегә алына. 39-сы йылғы һуғышта ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша һәм һуңғыһынан иҫән сыға алмай, яу яланында ятып ҡала. Әсәһе Венера инәйгә йөклө ҡала.
- Мин атайымды күрмәгәнмен. Һуғышҡа киткәндән ҡайтмай, ятып ҡалған. Атайымдың бер туған ҡустыһы Ғиниәт ағайым да һуғышта булған. 45-се йылда әйләнеп ҡайтҡас, мине йәтим итмәйем тип, әсәйемде ситкә ебәрмәй уға өйләнгән. Әсәйем ул ваҡытта Бикбулатта уҡытып йөрөгән, шунан Һаҙға күсәләр. Башланғыс кластар уҡытыусыһы ине ул. Ибрайҙа ла, Ҡалайҙа ла уҡытты. Оҙаҡ йылдар эшләне мәғариф өлкәһендә.
Минән һуң алты туғаным тыуҙы. Ике һеңлем, дүрт ҡустым. Бер ҡустым тракторҙан тапалып, мәрхүм булып ҡалды, ҡалғандарыбыҙ, Аллаға шөкөр, иҫән, - ти Венера инәй.
Фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән ғүмер
- Уҡып бөткәс, Сәйетҡол мәктәбендә эшләнем, ситтән тороп Стәрлетамаҡта белем алдым. Шуны бөтөп, диплом алып ҡайтып киләм, юлайҡан ғына инеп документымдың күсермәһен ҡалдырып китәйем, тип Хәсән Барлыбаевичҡа инһәм ( мәғариф бүлеге етәксеһе булып эшләй ине), ул мине секретарға ебәрә. Секретарь Фатима Кәримова ине (уны ла яҡшы беләһегеҙҙер, халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара торғайны). Бына һиңә приказ тип, бер ҡағыҙ тоттора. Ҡараһам, Яңауыл мәктәбенә мине директор итеп тәғәйенләгән бойороҡ.
Ғаилә менән кәңәшләшмәйсә ҡайһылайтып барайым, тип кире индем Мәжитовҡа. Донъя үҙебеҙҙеке, өй төҙөгәнбеҙ, ныҡлап йәшәп ятҡан көн. “Бар әле, бытылдап йөрөмә”, - тип бороп сығарҙы. Ул шулайыраҡ һөйләшә бит инде. Риза булмай сара юҡ, киттек күсенеп. Өй һатып алдылар беҙгә. Өс йыл эшләнем, дүртенсе йылында иптәшем ауырып вафат булды,- тип бәйән итә.
Мораҡҡа кире ҡайтҡас, бер нисә йыл райпола эшләй. Унда ла намыҫлы хеҙмәткәр булараҡ абруй ҡаҙана Венера Әхмәт ҡыҙы. Мораҡ беренсе мәктәбендә башҡорт телен уҡытыу индерелгәс, балаларға белем биреүгә кире ҡайта. Ҡапыл ғына килеп тә сыҡмай әле, эштән ебәрмәй аптыраталар.
- Вәли Нурғәлиевичҡа индем дә (райпо директоры ине), ебәрһәгеҙ ҙә китәм, ебәрмәһәгеҙ ҙә тием. Үҙемсә ныҡ әйткән булам. Уның ебәргеһе килмәй, берәр йыл тағы эшлә әле, ти. Мин бит мәктәптә эшләргә тейешмен тип иланым да ебәрҙем. Ысынлап та, балаларҙы ныҡ һағынғайным. Мин дә ныҡыш, һүҙемдә ныҡ торҙом, тәки мәктәпкә күстем. Унда 26 йыл эшләнем, хаҡлы ялға киткәнсе, - ти ветеран уҡытыусы.
Венера Әхмәт ҡыҙы – үҙенең булмышы, асылы, хатта холоҡ-фиғеле менән һабаҡ биреүсе, уҡыусыларҙы үҙ балаларылай яратҡан, уларға дуҫ та, остаз да, кәрәк саҡта талапсан, йомшаҡ, үҙ теленә һөйөү уятҡан, ихтирам тәрбиәләгән педагог. Дөйөм хеҙмәт стажы – 44 йыл. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан да лайыҡлы баһалана, һикһәһенсе йылдарҙа мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ була. Унан башҡа ла төрлө йылдарҙа бирелгән почет грамоталары, рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары тупланған уның шәхси архивында.
Венера Әхмәт ҡыҙын уҡыусылары ла һағынып иҫкә ала.
Ул уҡытҡан йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлеше буйынса киткән уҡыусылар ҙа байтаҡ булған. Телгә, әҙәбиәткә, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә күңелендәрендә һөйөү уятҡан уҡытыусыға булған рәхмәттәре, ихтирамдары уларҙы остаздары юлынан әйҙәгәндер.
Ғаилә бәхете – ил бәхете
Бер-береһен хөрмәт итеп, терәк-таяныс булып йәшәгән Батталовтарға һоҡланмай мөмкин түгел. Уларҙың мөхәббәте (эйе, нәҡ мөхәббәте) ябай ғына күренештәрҙә сағыла: иҫтәлеккә фотоға төшкәндә ипле генә итеп ҡатынының сәсен тараһынмы, арҡаһына шәлен япһынмы, табын ҡороп, үҙе ҡайнатҡан миләш ҡайнатмаһы менән сәйгә саҡырһынмы... Тәү ҡарашҡа ябай тормош, ғәҙәти көнкүреш һымаҡ тойолһа ла, оло кешеләрҙең ошолай матур мөнәсәбәтен күреп, бына ошо була икән ул мөхәббәт тигәндәре тип уйлап ҡуяһың.
- Тәүге ирем мәрхүм булған йылда Вилдең дә ҡатыны баҡыйлыҡҡа күсә. Икебеҙҙең дә ҡайғы кисергән саҡ, яңынан тормош ҡороуҙы күҙ алдына ла килтермәҫ мәлебеҙ. Шулай ҙа беҙҙе таныштырып, димләп ҡуйҙылар. Бергә тороуыбыҙға 40 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Ҡыҙыбыҙ Ленаны алты йәшенән аҫрауға алдыҡ. Атай-әсәй тип өҙөлөп тора, көн һайын килеп, хәлебеҙҙе белешеп, ярҙам итеп китә. Ейәнебеҙ бына яңыраҡ ҡына әрмегә алынды. Иҫән-аман хеҙмәт итеп ҡайтырға насип булһын тип теләп кенә ултырабыҙ.
Вил Миһаж улы Батталовты районда белмәгән кеше юҡтыр. Венера инәй һымаҡ ул да ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Вил Минһаж улы тәбиғәте менән аҙ һүҙле. Мәҡәлә яҙырға тип барғанда ла артыҡ һүҙгә ҡушылып барманы, сурытып һөйләү уға хас түгел. Әммә уның ысын кешеләрсә эшләгәнен хеҙмәт биографияһына күҙ һалыуҙан ғына ла белеп була.
Уның бөтә хеҙмәт юлы медицина менән бәйле. 44 йыл хеҙмәт стажының 30 йылы Мораҡ район дауаханаһында акушер-гинеколог булараҡ үткән.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне, тырыш хеҙмәте өсөн БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе отличнигы исеме бирелә.
Төп эше менән бер рәттән ул 30 йыл ҡан ебәреү кабинеты етәксеһе лә була. Донорҙарҙы йәлеп итеү, ҡан тапшырыу эшен яйға һалғаны, шул эштәрҙе үҙе башлап, өлгө күрһәткәне өсөн ул өс тапҡыр “СССР-ҙың почетлы доноры” ,“Рәсәйҙең почетлы доноры” исемдәренә лайыҡ була. Ул үҙе лә күп тапҡыр ҡан тапшырған.
- Белгестәр етешмәгәс, ике-өс кеше өсөн эшләгән саҡтар булды. Табиптар етешмәһә лә, бала табыу йорто ла тулып торҙо, бер көндә унар-ун бишәр бала донъяға килә ине. Демография күренеше ыңғай ине ул осорҙа.
Ашығыс кәрәк булһа, ҡар-буран тип тормай ауылдарға ла сыҡтыҡ. Юл ябылып, ни тегеләй, ни былай китә алмай ултырған саҡтарыбыҙ ҙа булды.
Тырыштыҡ инде ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар булһа ла, кеше ғүмере, һаулығы беҙҙең ҡулда икәнлеген аңлай инек, - ти Вил Минһаж улы.
Апаһын күреп, туғаны үҫер...
Венера инәйҙең бер туғандарының да тормошо бынамын тигәнсә ҡоролған.
Рәшиҙә һеңлеһе мәктәпте бөткәс, Тажикстандың Дүшәмбе ҡалаһында юғары белем ала. Шунда 25 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 92-се йылда Тажикстанда бола ҡупҡас, Башҡортостанға әйләнеп ҡайта, хаҡлы ялға сыҡҡансы Волостновка мәктәбендә уҡыта. Тормош иптәше менән бер ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Фәрҙиә һеңлеһе лә Тажикстанда йәшәп ҡайта.
- Нисек Тажикстанға барып юлыҡтыҡмы? Рәшиҙә апайым кейәүгә сыҡҡас, Камил еҙнәм (ул Ейәнсура районынан ине, хәҙер мәрхүм инде) уны алып сығып китте. Әсәйем апайыңды яңғыҙлатмайыҡ тип, мине уның эргәһенә ебәрҙе. Шулайтып мин дә Тажикстанға барып урынлаштым. Аҙаҡ армиянан ҡайтҡас, Әмир ҡусты беҙҙең янға килде. Икебеҙ ҙә геологоразведка техникумында уҡып сыҡтыҡ. Тынысһыҙлыҡ башланғас, үҙ еребеҙгә, үҙ илебеҙгә ҡайттыҡ. Мин дә беренсе оҙаҡ йылдар мәктәптә хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләнем. Ҡыҙым Светлана мәктәпте алтын миҙалға тамамланы, БДУ-ны ҡыҙыл дипломға бөттө. Икенсе юғары белем дә алды, хәҙер федераль ҡаҙналыҡта бүлек начальнигы булып эшләй, улы бар. Балалар күмәкләшеп йыйылышып өй һатып алып, әсәйебеҙҙе Һаҙҙан Мораҡҡа күсергәйнек. Мин шул өйгә ҡайттым Тажикстандан. 13 йыл ҡараным әсәйҙе, - ти Фәрҙиә Ғиниәт ҡыҙы.
- Юнир ҡустым Кумертауҙа тора. Ғүмер буйы хаҡлы ялға сыҡҡансы вертолет заводында производство-диспетчер бюроһы начальнигы булып эшләне, уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу. Матур эшләне, намыҫлы хеҙмәт итте. 2008 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина төҙөүсеһе” исеме бирелде. Фәйрүзә киленебеҙ менән бер ул, бер ҡыҙ үҫтерҙеләр.
Әмиребеҙ мәғариф бүлеге эргәһендәге хужалыҡ контора етәксеһе булып эшләне. Наталья киленебеҙ менән матур итеп донъя көтәләр, улар етештергән кәзә ҡымыҙын маҡтап-маҡтап алалар.
Улдары Дамир менән Эльмир ҙа белем биреү өлкәһендә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Дамир Мораҡ беренсе мәктәбендә уҡыта, өс бала атаһы ул. Кесеһе Эльмир – тарих фәндәре кандидаты. Ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, мәктәп директоры булып эшләй, яңыраҡ ҡына сабыйҙары ла донъяға килде.
Әмирҙән һуң Ринат тигән ҡустыбыҙ ҙа бар ине, фажиғәле генә вафат булды ул. Иң кесебеҙ, күҙ терәп торғаныбыҙ – Рәмил. Уны районда ла, республикала ла бик яҡшы беләләр. Хеҙмәт юлын Мәҡсүттә мәҙәниәт йорто директоры булараҡ башлағайны, армиянан һуң Үрге Һаҙҙа физкультуранан уҡытты. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Яңы Николаевка һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, унан һуң Волостновка мәктәбендә директор ҙа булды. Байтаҡ йылдар мәғариф бүлегендә эшләне, начальник булды. 2003 йылда район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнеләр. Аҙаҡ Үҙәк һайлау комиссияһында, Мәғарифты үҫтереү институтында эшләне. “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, почет грамоталары менән дә бүләкләнде. Рәмил шулай уҡ сәйәси фәндәр кандидаты.
Киленебеҙ Ынйы Хәким ҡыҙы ла алдынғы уҡытыусы, өс ҡыҙ –Эльвира, Гүзәл, Айгөл- тәрбиәләп үҫтерҙеләр.
Нәҫелебеҙ менән Башҡортостан мәғарифына хеҙмәт иттек тиһәк тә була, дүртенсе быуын уҡытыусылар үҫеп сыҡты беҙҙән, - ти Венера Әхмәт ҡыҙы туғандары тураһында ғорурланып. Ғорурланырлыҡ та шул: кемеһен генә алма, лайыҡлы тормош юлы үткән.
Һүҙҙе йомғаҡлап
Иң мөһиме – яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, ниндәй генә һынауҙар сығармаһын юлдарына, ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләмәһендәр, ниндәй генә вазифа биләмәһендәр – улар туғанлыҡ тигән изге төшөнсәне онотмай, һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам итеп, ысын мәғәнәһендә терәк-таяныс булып йәшәй.
Йәштәргә, балаларға әйтер һүҙҙәре лә шунан ғибәрәт Венера инәйҙең:
- Татыу булһындар, туғанлыҡ ептәрен ныҡ һаҡлаһындар. Аллаға шөкөр, атай-әсәйҙәребеҙ биргән тәрбиәне ныҡ һеңдергәнбеҙ, бер ҡасан да әрләмәнеләр, ҡаҡманылар, һуҡманылар, үҙҙәренең өлгөһөндә, хеҙмәт менән тәрбиәләнеләр, эштән ҡурҡманыҡ.
Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер ти бит халҡыбыҙ ҙа. Бер-беребеҙгә өлгө булырға тырыштыҡ. Ғаиләлә татыулыҡ булһа ғына, илебеҙ ҙә тотороҡло буласаҡ.
Читайте нас: