Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 13:25

Заречье ауыл биләмәһендә күсмә кәңәшмә уҙҙы

Заречье ауыл биләмәһендә ведомство-ара күсмә кәңәшмә уҙҙы.

Уҙған аҙнала Заречье ауыл биләмәһендә ведомство-ара күсмә кәңәшмә уҙҙы. Уның барышында район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев етәкселегендәге эшсе төркөм урындағы халыҡ менән осрашты.
Райондың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан был ауыл биләмәһенә 5 тораҡ пункт – Воскресенск, Аралбай, Дәүләтша, Леоновский, Андреевка ауылдары ҡарай. 321 йортта йәмғеһе 1005 кеше теркәлгән.
Социаль объекттар бер нисәү: ике ФАП, бер урта мәктәп, ике мәҙәниәт усағы, бер моделле китапхана, бер балалар баҡсаһы.
Кәңәшмә алдынан эшсе төркөм социаль объекттарҙың хәл-торошо менән танышты.
Төрлө ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығындағы шәхси ҡабул итеүгә ике кеше килде.
Уларҙың тәүгеһен ире вафат булғандан һуң төрлө түләү ҡағыҙҙарын үҙ исеменә күсереү, элек колхоз милке һаналған йортто рәсмиләштереү мәсьәләләре борсоһа, икенсеһе Бекетов урамындағы һыу үткәреү торбаларына капиталь ремонт кәрәклеге хаҡында һүҙ ҡуҙғатты.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөндә биләмә башлығы Илдар Мәсәғүтов йыл башынан алып башҡарылған эштәргә байҡау яһаны.
Сарала шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, сүп-сар реформаһы, интернет бәйләнешенең насар булыуы, ташландыҡ участкалар, урамдарҙың төндә яҡтыртылмауы кеүек көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр күтәрелде.
Читайте нас: