Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 14:15

Зөбәржәт туйығыҙ ҡотло булһын!

Ныҡлы ғаилә - ир-ат өсөн дә, ҡатын-ҡыҙ өсөн дә йылы усаҡ. Ә шул йылы усаҡты һүндермәйенсә бер-береңде аңлап, тормоштоң ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын бергә кисереп ғүмер иткән ғаиләләр бихисап. Шулар араһында Иртөбәк ауыл биләмәһенең Ялсы ауылында тыуып үҫеп, йәштән генә ҡауышып, сәстәрен-сәскә ғүмерлеккә ныҡлы бәйләп 55 йыл ғүмер итеүсе беҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙ – атайыбыҙ Хәҙә Әхмәтғариф улы менән әсәйебеҙ Хәтирә Солтан ҡыҙы Хәлитовтар ҙа бар.

Ныҡлы ғаилә - ир-ат өсөн дә, ҡатын-ҡыҙ өсөн дә йылы усаҡ. Ә шул йылы усаҡты һүндермәйенсә бер-береңде аңлап, тормоштоң ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын бергә кисереп ғүмер иткән ғаиләләр бихисап. Шулар араһында Иртөбәк ауыл биләмәһенең Ялсы ауылында тыуып үҫеп, йәштән генә ҡауышып, сәстәрен-сәскә ғүмерлеккә ныҡлы бәйләп 55 йыл ғүмер итеүсе беҙҙең ҡәҙерле кешеләребеҙ – атайыбыҙ Хәҙә Әхмәтғариф улы менән әсәйебеҙ Хәтирә Солтан ҡыҙы Хәлитовтар ҙа бар. 1964 йылдың һалҡын, ҡарлы декабрь айында өйләнешә улар. Шул ғүмер эсендә нимә генә кисермәгән икән был ике йән. 55 йыл буйына уларҙың шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла уртаҡ була. Ғаиләләренең мөхәббәт емештәре булып дурт ҡыҙ һәм бер малай донъяға килә. Беҙгә, балаларына, яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, ҙур тормошҡа аяҡ баҫтырыр өсөн, хаҡлы ялға сыҡҡансы «Сеятель» колхозында тырышып хеҙмәт иттеләр. Атайыбыҙҙың 55 йыл эш стажы бар. Ул ғүмере буйы водитель, механик, ферма мөдире, бригадир булып эшләне. Ҡайҙа ғына эшләһә лә намыҫлы хеҙмәт итте. Бик күп маҡтау грамоталары, миҙалдары бар, Болгария, Румыния, Сочи яҡтарына путевка менән дә бүләкләнде. Әсәйебеҙ һауынсы булды, шул уҡ ваҡытта сөгөлдөрөн дә утаны, мамыҡ шәлдәрен дә бәйләргә өлгөрҙө. Икеһе лә хеҙмәт ветерандары, ауылда ихтирам-хөрмәткә лайыҡ кешеләр.
Ауыл тормошо еңел түгел икәнен бөтәбеҙ яҡшы аңлай. әммә улар бер ҡасан да зарланыуҙы белмәнеләр. Һәр эштән йәм табып, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйҙәр. Оло йәштә булһалар ҙа кәртә тултырып малын тоталар, ҡош-ҡортон аҫрайҙар. Беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡулдарынан килгәнсә һаман да ярҙам итеп торалар. Яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәнегеҙ, ҡылған барлыҡ изгелектәрегеҙ, ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә мең рәхмәт!
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз, һөйөклө атайыбыҙ менән әсәйебеҙҙе зөбәржәт туйҙары менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: алдағы тормошоғоҙҙа аяҙ көндәр, тыныс тормош, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныслы көндәр, бәхетле оҙон ғүмер насип итһен һеҙгә Хоҙай! 55 йыл элек ҡабынған ғаилә усағығыҙ һүнмәһен, атай, әсәй!
Аллаһы Тәғәлә һеҙгә сәләмәтлек бирһен,
Һеҙ булғанға ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып
Йәшәгеҙ һеҙ шулай йөҙгәсә!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ Лилиә, Люциә, Ләлә, Рәсилә, улығыҙ Илгиз, кейәүҙәрегеҙ Урал, Андрей, Зариф, Михаил, киленегеҙ Гөлназ, 9 ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.
Читайте нас: