Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Декабрь 2019, 12:40

- Парлы булғанда ғына тормош йырлы, - ти Күгәрсен ауылы аҡһаҡалы

- Парлы булғанда ғына тормош йырлы, - ти Күгәрсен ауылы аҡһаҡалы Әкрәм Мотыйғулла улы Ҡорбанаев менән Күгәрсен ауылында яңы иман йорто төҙөлгән саҡта танышҡайныҡ. Эргәһендә ултырған үҙе кеүек үк көмөш сәсле, алсаҡ йөҙлө аҡһаҡал менән улар мәсет манараһына ай ҡуйыу процесын ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр ине. Бына, насип булғас, тағы осраштыҡ. Туғыҙынсы тиҫтәһенә ҡарай елһә лә, ул һаман да көр күңелле, ихлас, хәтер янсығы ла тараймаған, фекерләү ҡеүәһе менән үҙен йәштәргә биргеһеҙ.

- Парлы булғанда ғына тормош йырлы, -
ти Күгәрсен ауылы аҡһаҡалы
Әкрәм Мотыйғулла улы Ҡорбанаев менән Күгәрсен ауылында яңы иман йорто төҙөлгән саҡта танышҡайныҡ. Эргәһендә ултырған үҙе кеүек үк көмөш сәсле, алсаҡ йөҙлө аҡһаҡал менән улар мәсет манараһына ай ҡуйыу процесын ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр ине.
Бына, насип булғас, тағы осраштыҡ. Туғыҙынсы тиҫтәһенә ҡарай елһә лә, ул һаман да көр күңелле, ихлас, хәтер янсығы ла тараймаған, фекерләү ҡеүәһе менән үҙен йәштәргә биргеһеҙ. Ауылының киләсәген ҡайғыртып, уңыштары өсөн һөйөнөп, уңышһыҙлыҡтарына көйөнөп, һалдат кеүек иман һағында тора ул. Аяҡтары һыҙлаңҡырап торһа ла, дини байрамдарҙан, йәмәғәт сараларынан бер ҙә ситтә ҡалмай. Ораторлыҡ, яҙыу һәләтенә эйә, йөрәгендә дәрт ялҡыны ла етәрлек. Бының иһә сере бар – эргәһендә “бабайым” тип өҙөлөп торған Мөнирә инәй булғанға күрә лә, күңеле тыныс, йәне бөтөн уның. Юғиһә, парлы булғанда ғына тормош йырлы, тип әйтмәҫ ине.
Бар ғүмерен мал табибы кеүек ябай, әммә яуаплы хеҙмәткә бағышлаған, хәҙер иман һағында торған аҡһаҡалдың кинәйәләп әйтеүе ысынлап та тура мәғәнәһендә лә дөрөҫлөккә тап килә. Әкрәм Мотыйғулла улы гармунын ҡулына алып һайратып ебәреүе булды, эргәһендә ултырған әбекәйе моңло итеп йыр һуҙып ебәрҙе. Бына ҡайҙа ул бер-береңде хөрмәт итеү, тоя белеү, сәстәреңә көмөш яуғанда, ғүмер көҙҙәрен барлағанда ла йөрәгең менән дәртле 18 – ҙә ҡалыу, ярһыу яҙҙа яныу!
Күгәрсен ауылының хөрмәтле аҡһаҡалы тураһында яҙмабыҙҙы “Мораҙым” гәзитенең 100 – сө һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: