Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 16:15

Ябай ағастан – әкиәти матурлыҡ

Ябай ғына кәкре-бөкрө ағас тамырында ла әллә ниндәй һын күреп, уға серле төҫ биргән, күҙҙең яуып алырҙай әйберҙәр эшләгән оҫталарға һоҡланмаған кешеләр юҡтыр. Мирхәт ағай Әбдрәхимов та тап шундай алтын ҡуллы, “ағас ене” ҡағылған уҙамандарҙың береһе. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Мирхәт ағай ҙа “атаһынан күреп уҡ юнғандыр”, был шөғөлгә һөйөү бала саҡта һалынған, уның атаһы Әсғәт олатай ҙа иҫән сағында ағастан төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләү оҫтаһы була.

Ябай ғына кәкре-бөкрө ағас тамырында ла әллә ниндәй һын күреп, уға серле төҫ биргән, күҙҙең яуын алырҙай әйберҙәр эшләгән оҫталарға һоҡланмаған кешеләр юҡтыр.
Мирхәт ағай Әбдрәхимов та тап шундай алтын ҡуллы, “ағас ене” ҡағылған уҙамандарҙың береһе. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Мирхәт ағай ҙа “атаһынан күреп уҡ юнғандыр”, был шөғөлгә һөйөү бала саҡта һалынған, уның атаһы Әсҡәт олатай ҙа иҫән сағында ағастан төрлө көнкүреш кәрәк-яраҡтары эшләү оҫтаһы була.
Мирхәт ағай ҙа ағастан төрлө һындармы, көнкүреш кәрәк-ярағымы – сынъяһау итеп эшләп тә ҡуя. Уның ҡул эштәре менән беҙ төрлө күргәҙмәләрҙә танышҡаныбыҙ бар. Ағастан юнып эшләнгән “Әсә һәм бала”, “Ҡыпсаҡ ырыуы тамғаһы”, “Сәскәләр”, “Бөркөт”, “Дельфин”, “Ҡымыҙ һауыты”, “Экзотик хайуандар” тигән композициялары ғына ни тора – үҙе бер әкиәт донъяһы!
- Ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт элек бик булманы, хәҙер, хаҡлы ялда булғас, ныҡлап тотонорға мөмкинлек , иң мөһиме - дәрт-дарман, теләк бар.
Ағас эшен кешене түҙемлеккә өйрәтә, матурлап, һырлап, уйлап, еренә еткереп эшләгәнде ярата. Бер тотонһаң, айырылырмын тимә, - ти оҫта ҡуллы уҙаман.
Читайте нас: