Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 11:17

Яңы йыл каникулдары 8 көн дауам итәсәк

Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулдары, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора, тип иҫкә төшөрә республиканың Хеҙмәт министрлығы.

stroy-ka.ru

2020 йылда 4 һәм 5 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә 4 ғинуарҙағы ял көнө – 4 майға, 5 ғинуарҙағыһы 5 майға күсерелә.
2019 йылдың 31 декабрендә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Шулай итеп, биш һәм алты көнлөк эш аҙналарында 2020 йылдың 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуары ял һәм байрам көндәре булып тора.
Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7 һәм 8 ғинуарҙағы байрам көндәре отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Читайте нас: