Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2019, 16:25

“Башҡорт ауылы”нда спелеологтар съезы уҙҙы

Үрге Бикҡужа ауылында урынлашҡан “Башҡорт ауылы” туристик комплексында Урал спелеологтары ассоциацияһының XXXI съезы уҙҙы.

Башҡортостандың ҡайһы ғына мөйөшөн алма – тәбиғәте хайран ҡалырлыҡ. Беҙҙең районда ла матур ерҙәр ғәжәп күп. Йылға-шишмәләребеҙ, урман, тауҙарыбыҙ кемдәрҙе генә һоҡландырмаған! Урал спелеологтары ассоциацияһының XXXI съезының нәҡ беҙҙә – Үрге Бикҡужа ауылында урынлашҡан “Башҡорт ауылы” туристик комплексында уҙыуы ла бушҡа түгел бит... Сараны ойоштороуға ҙур көс һалған “Салауат спелеологтары клубы” ағзаларына һәм ситтән килеүселәргә Йомағужа һыуһаҡлағысыла, уның тирә-яҡ тәбиғәте лә бик оҡшаны.
Съезда ассоциация эшмәкәрлегенә һығымта яһалды. Һәр делегация үҙҙәре булған экспедициялар хаҡында бәйән итте.
Сарала ҡатнашыусылар был ерҙәргә ҡабат килергә, унда урынлашҡан тәбиғәттең бығаса асылып етмәгән серҙәрен өйрәнергә һүҙ бирҙе.
Читайте нас: