Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2019, 19:00

кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә...

Бала саҡтың бер матур хәтирәһе булып ҡалған кис ултырыуҙар тарихта ғына ҡалып бара, буғай. Ғәжәп матур күренеш ине ул: эштән арып ҡайтҡан әсәй-өләсәйҙәр өйҙәге эштәрен тамамлағас, ҡул эштәрен тотоп, бер өйгә кис ултырырға йыйыла. Уларға, әлбиттә, ыбыр-сыбыр балалар ҙа эйәрә.

Урындыҡҡа теҙелешеп ултырған өлкәндәрҙең ҡайһыһы ҡулъяулыҡ, таҫтамал сигә, ҡайһыһы ойоҡ-бейәләй йә шәл бәйләй. Эш эшләгән арала серләшергә лә өлгөрәләр. Балалар өсөн иһә оло байрам: йәшенмәк-һәпәләк уйнайҙар, уйнап туйғас, дөйөм “концерт” ойоштороп, һәм кем йырлап-бейеп, шиғыр һөйләп, үҙенең нимәгә маһир икәнлеген күрһәтә. Сәхнә тигәне, әлбиттә, оло урындыҡ.
Оло ҡыуанысҡа күрә, кис ултырыуҙар бөтөнләй юҡҡа сыҡмаған икән: Ялсы ауыл мәҙәниәт йортонда тергеҙелгән ул! Мәҙәниәт йорто директоры әйтеүенсә, һәр шаршамбы кис ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йыйылып ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө уларҙың. Кемдер ҡорама ҡорһа, икенсе берәү ултырғыс япмалары бәйләй, өсөнсө кеше иһә йөн иләй.
Әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең ҡул эштәрен тергеҙеүсе гүзәл заттарға “афарин!” тиергә генә ҡала.
Читайте нас: